-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
25 Декабрь 2017, 12:35

Тәүге күргәҙмә гүйә беренсе ҡарлуғас

Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәгендә “Тылсымлы сатҡы” тигән исем аҫтында Эльвина Харисованың пайеткаларҙан эшләнгән картиналар күргәҙмәһе асылды.

Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәгендә “Тылсымлы сатҡы” тигән исем аҫтында Эльвина Харисованың пайеткаларҙан эшләнгән картиналар күргәҙмәһе асылды.
Эльвина (фотола) Түбәнге Ташлы ауылында йәшәй, ул донъяға килгәндән бирле ҡаты ауырыу менән көрәшә. Физик мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, ныҡышмалы һәм маҡсатҡа ынтылышлы ҡыҙ камиллашыу, үҫешеү, яңы бейеклек-тәргә ынтылыу, ижади мөмкинлек-тәрен киңәйтеү өсөн үҙендә көс таба.
Ул урта мәктәпте дистанцион ысул менән тамамлаған, компьютер курстары үткән. Тормошон яңы буяуҙар менән биҙәү өсөн төрлө төҫтәге пайеткаларҙан картиналар эшләү менән мауыға башлаған. Ҡул эшенең был төрөнә ул Өфөлә йәшәүсе Снежана Никитинанан өйрәнгән, ә уның менән Эльвинаны изге күңелле Рәил Мусин таныштырған. Ялтырауыҡ, матур пайеткаларҙан эшләнгән картиналар менән өй йәки фатир интерьерын биҙәргә мөмкин. Эльвина картиналары өсөн пенопластан планшет, төрткө-төрткө рәсем менән төҫлө ерлек, төрлө төҫтәге пайеткалар, ҡаҙаҡтар, өлгө һәм ҡыҫан булған әҙер йыйылмаларҙы һайлай. Бер нисә көнгә, аҙнаға һуҙылған ҡатмарлы хеҙмәт – һәм төрлө һүрәттәр менән картина әҙер. Эш барышында кешенең ваҡ моторикаһы үҫә, иғтибары арта. Ә уларҙы башҡарыуға Эльвина күпме ваҡыт һәм көс сарыф итә!
Шулай әкренләп Эльвина картиналарҙан тулы бер коллекция туплаған. Ул үҙенең был шатлығын картиналар күргәҙмәһе менән танышырға килгән Шаран 2-се мәктәбенең 4-се классы уҡыусылары (уҡытыусылар Е. Асмаева һәм Д. Кайсарина), өҫтәмә белем биреү мәктәбенең йәш йырсылары һәм педагогтары менән уртаҡлашты. Шаран ауылы балалар
сәнғәт мәктәбендә һәм балалар ижа-
ды һәм спорт үҙәгендә тәрбиәләнеү-селәр күргәҙмәгә килеүселәргә концерт номерҙары бүләк итте.
Эльвина Харисованы тәүге күргәҙмәһе менән Снежана Никитина, педагогик хеҙмәт ветераны Ю.Захарова, әсәһе Венера Йәмғинур ҡыҙы, балалар ижады һәм спорт үҙәге методисы Г. Хөснуллина һәм Р. Мусин ҡотланы. Улар ҡыҙға ижадында яңы уңыштар теләне, уның тырышлығына һәм батырлығына һоҡланды. Гөлшат Хәлфетдин ҡыҙы уға шулай уҡ Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәге Рәхмәт хатын һәм БР татарҙары конгресы район башҡарма комитетынан китап тапшырҙы. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла Эльвинаға иҫтәлекле бүләктәр бирҙе.
Эльвина Харисова – Шаран телевидениеһы-2016 гүзәле, ул тамашасы мөхәббәтен яуланы. Ҡыҙ көслө характерға эйә, уның ныҡышмалылығы һәм тырышлығы, һәр көндө үҙ өҫтөндә эшләүе беҙҙе яҙмыштан, тормош ауырлыҡтары-нан зарланмаҫҡа, ә ҡыйынлыҡтар-ҙы еңеү юлын эҙләргә, үҙ алдыңа маҡсат ҡуйырға һәм уға ирешергә, ҙур булмаған аҙымдар менән булһа ла алға барырға өндәй. Эльвинаға ижад юлында илһамланып эшләү өсөн яңы идеялар, тормош юлында күп яҡшы дуҫтар осрауын, һаулығы һынатмауын һәм хыялдары ысынға ашыуын теләйем!
Читайте нас: