+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
25 Декабрь 2017, 12:37

«Сәнғәт төнө-2017»

Бөтә Рәсәй мәҙәниәт акцияһы сиктәрендә Шаран тарих тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡыҙыҡлы саралар үтте.

Бөтә Рәсәй мәҙәниәт акцияһы сиктәрендә Шаран тарих тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡыҙыҡлы саралар үтте.
Акцияның “Халыҡтар дуҫлығында – тыуған яҡ берҙәмлеге” тип исемләнгән өсөнсө блогы – толерантлыҡ кисәһендә район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зиниә Диярова уҡыусыларға башҡорт халҡының милли кейемдәре, ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәренең төрлөлөгө тураһында һөйләне. Элек башҡорт ҡатын-ҡыҙы-ның кейемдәре буйынса уның ҡайһы ырыуҙан булыуын һәм ҡайҙа йәшәүен генә түгел, ә уның социаль статусы (кейәүҙәме-түгелме), ғаи-
ләһенең финанс хәле тура-һында ла белгәндәр.
Туймазы ҡалаһынан Зөлфиә Краснова беҙҙең яҡта йәшәүсе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күл-дәген яңыртып теккән. Зиниә Әнүәр ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме, баш кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре тураһында видеопрезентация күрһәтте. Татар, сыуаш, мари һәм рус милләттәре вәкилдәре сығышы ла фәһемле булды. Акция ҡунаҡтары Шаран районында күпләп йәшәүсе халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары тураһында күп яңылыҡ белде.
Читайте нас: