+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
21 Декабрь 2017, 14:12

Стела асылыу тарихҡа инәсәк

Татарстан сигендә урынлашҡан Ивановка ауылы янында Башҡортостандың көнбайыш нөктәһен билдәләүсе стеланы асыу тантанаһы булды.

Татарстан сигендә урынлашҡан Ивановка ауылы янында Башҡортостандың көнбайыш нөктәһен билдәләүсе стеланы асыу тантанаһы булды.
Митингыла муниципаль район башлығы Александр Андреев, Рус географик йәмғиәтенең республикалағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Камил Йыһаншин, мәктәп уҡыусылар ҡатнашты.
Сараны асып, Александр Георгиевич ваҡиғаның уникаллеген, уның районда беренсе һәм республикала икенсе тапҡыр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башта, 12 октябрҙә, иҫтәлекле стела – Башҡортостандың иң төньяҡ нөктәһен асыу Яңауыл районында үткәйне.
“Беҙҙең районда рус гармунын да, сыуаш таҡмағын да, татар йырын да ишетергә, мари бейеүен күрергә лә, башҡорт милли аштарын ауыҙ итергә лә мөмкин – төрлө конфессиялар һәм милләт вәкилдәре шулай татыу һәм килешеп йәшәй. Баҡалыларҙың был яҡлап тәж-рибәһе яҡшы өлгө булырҙай”, – тип билдәләне район башлығы. Был ваҡиға уңайынан районда туристик эшмәкәрлек үҫәсәк, шул йүнәлештә эш алып барыла инде.
Күренекле сәйәхәтсе һәм яҙыусы Камил Фаруҡша улы тиҙҙән “Башҡортостан буйынса сәйәхәт”кә әйләнәсәк идеяны хуплауҙары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙең стелалар сик билдәләү түгел, улар – күрше төбәктәр өсөн дуҫлыҡ ҡапҡаһы, – тип һөйләне Рус географик йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе. Тантаналы сығыштарҙан һуң стела асылды һәм күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Рус географик йәмғиәтенең Башҡорт төбәк бүлексәһе проекты республиканың дүрт – Яңауыл, Ейәнсура, Учалы һәм Баҡалы райондарында иҫтәлекле сик бағаналары урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Проектты ойоштороусылар был күрһәткестәрҙең туристарға урында кәрәкле йүнәлеш буласағына, ә мәктәп уҡыусыларына Башҡортостан географияһын яҡшыраҡ өй-рәнеү мөмкинлеге бирәсәгенә ышана. Республиканың иң сик географик нөктәләрен күрһәтеүсе бағаналар терри-торияның брендына әйлә-нәсәк.
Читайте нас: