+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
21 Декабрь 2017, 14:08

Дуҫлыҡ фестивале

Балалар ижад йортонда ”Ҡурай сәскәһе” тип аталған район байрам-фестивале уҙҙы. Унда район мәктәптәренән 15 ижади коллектив ҡатнашты.

Балалар ижад йортонда ”Ҡурай сәскәһе” тип аталған район байрам-фестивале уҙҙы. Унда район мәктәптәренән 15 ижади коллектив ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты һәм бурысы – уҡыусыларҙа тыуған төбәктең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу, патриотизм һәм илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү ине.
Ижади коллективтар, йырҙар, бейеүҙәр, уйындар, хикәйәләр, шиғырҙар, риүәйәттәр, халыҡ йола байрамдарын ҡулланып, районыбыҙ халыҡтарының күп яҡлы донъяһын сағылдырыусы тамашалар әҙерләне.
Баҡалы, Тоҡтағол, Мостафа, Яңы Илек мәктәптәре коллективтары тыуған яҡтың бөйөклөгө, халыҡтар дуҫлығы тураһында һөйләне. Иҫке Ҡорос, Михайловка, Баҡалы мәктәптәре мари, татар, сыуаш, башҡорт бейеүҙәрен башҡарҙы. Анжела һәм Луиза Якуниналар (Яңы Маты), Л.Маркова (Үмәр) шиғыр-ҙар, бейеүҙәр, керәшен йырҙарын бүләк итте. Иҫкематылылар һәм иҫкекәстәйлеләр рус халҡы мәҙәниәте һәм сәнғәтенең ма-турлығын данланы. Ҡуштирәк мәктәбе коллективы – “Аулаҡ өй”, Туҡбирҙе – “Сәскәләр байрамы”, Ҡаҙансы мәктәбе коллективы рус йола ҡурсаҡтарын күрһәтте. Ҡатайлылар сығышында яңғыраған ҡурай, ҡумыҙ тамашасылар күңеленә хуш килде.
Барлыҡ коллективтар мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Читайте нас: