-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Декабрь 2017, 13:00

Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренә мемориаль таҡтаташ

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаев һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың иҫтәлеген мәңгеләштерергә тәҡдим иттеләр.

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаев һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың иҫтәлеген мәңгеләштерергә тәҡдим иттеләр. Уларҙың республика алдындағы хеҙмәттәре өсөн Мәҙәниәт министрлығына Башҡортостандың Милли музейында (БАССР Хөкүмәтенең элекке бинаһы) мемориаль таҡтаташ ҡуйырға тигән тәҡ-дим булды.

Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында Илдархандың тормошона һәм эшмәкәрлегенә һәм Мутиндар династияһына арналған музей булдырыу идеяһы яңғыраны. Бының өсөн
түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы-лар Башҡортостан етәкселе-генән ярҙам һорай.

«Башҡортостан Республика-һының ойошторолоуы һәм дәүләтселегенең барлыҡҡа ки-
леүе: 100 шәхес» түңәрәк өҫтәленең йомғаҡлау резолю-цияһына ошондай тәҡдимдәр индерелде. Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан автономияһы декларацияһы тураһындағы фармандың 100 йыллығына бағыш-ланған сара үтте.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу-сылар Башҡортостандың район һәм ҡала хакимиәттәренә республиканың 100 йыллығын билдәләү буйынса саралар планын әҙерләгәндә Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүенә ҙур өлөш индергән күренекле яҡташтарының иҫ-тәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар, тематик стендтар һәм экспозициялар ойоштороуҙы, мемориаль таҡтаташтар ҡуйыуҙы индерергә кәрәк тигән кәңәш бирә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: