Әле күптән түгел, милицияны полиция тип атағансы, был көндөң исеме – Милиция көнө ине. 100 йыл элек – 2017 йылдың 10 ноябрендә Эске эштәр халыҡ комиссариаты тарафынан «Эшсе милиция тураһында» декрет ҡабул ителә һәм ул Совет Рәсәйе хоҡуҡ һаҡлау системаһын башлап ебәрә. Ә һуңғараҡ инде Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары ойоша.
РСФСР НКВД һәм Юстиция халыҡ комиссариаты, ВЦИК һәм Халыҡ комиссарҙары советы 1941 йылға тиклем милиция составында яңы бүлексәләр булдырыу тураһында ҡарарҙар, положениелар, ҡулланмалар ҡабул иткән. 2011 йылдың 1 мартына тиклем милиция эшсәнлеге РСФСР-ҙың Милиция тураһында федераль законы менән көйләнгән. Ә артабан полиция хеҙмәткәрҙәре статусын, хоҡуғы һәм вазифаларын Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған “Полиция тураһында” законы билдәләй.
Полиция хеҙмәткәрҙәре илдең яңы тарихы дауамында хоҡуҡ тәртибе һағында, енәйәтселек менән көрәшеүҙә алғы позицияларҙа тороп, граждандар хоҡуҡтарын, азатлығын, кешелек сифатын яҡлай.
Һөнәри байрамдары айҡанлы Йәрмәкәй районы полиция хеҙмәктәрҙәре Мәҙәниәт һарайына йыйылды. Байрамға, әлбиттә, үҙҙәренең бурыстарын үтәүҙән буш булғандар ғына килә алды.
Байрам менән уларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Татьяна Головина, полиция бүлеге начальнигы, майор Илдус Ғәзизов һәм элекке милиция начальнигы, отставкалағы полковник Марат Сәлимов ҡотланы.
Хеҙмәт бурыстарына ҡарата яуаплы мөнәсәбәттәре һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа яҡшы күрһәткестәре өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә хөкүмәт наградалары, алдынғылыҡ билгеләре, муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Полицияла хеҙмәт итеү ғүмер өсөн ҡурҡыныс. Ләкин енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеү эшендә хеҙмәткәр-ҙәр өсөн беренсе урында – вазифаларын намыҫлы үтәү. Был кисте ғүмерҙәрен аямай, бөтә көстәрен биреп һөнәри бурыстарын үтәүселәргә һис сикһеҙ ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Полиция начальнигы Азат Хажиев хеҙмәт бурысын башҡарғанда вафат булған хеҙмәткәр Азат Нәбиуллиндың әсәһе Рима Ғәбделмалик ҡыҙына ҡыйыу һәм ысын ир-ат үҫтергәне өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Полицияның үҙ ветерандары ла бар. Ваҡытында улар райондағы хоҡуҡ тәртибен нығытыуға ҙур өлөш индергән, бөгөн дә йәштәргә ярҙам итә. Сарала улар ҙа иҫтәлекле миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары ме-нән бүләкләнде.
Үҙешмәкәр артистар залда ултырыусыларға сағыу концерт номерҙары бүләк итте.