+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Декабрь 2017, 13:12

Быйма

Боронғолар бөтә кейемде тиерлек һарыҡ йөнөнән әҙерләп кейгән. Һарыҡ йөнө ҡояштың иң файҙалы нур-энергияһын үҙенә һеңдерә. Әгәр кеше 12 йәшкә тиклем быйма кейһә, өлкәнәйгәс, һалҡын тейеүҙән, түлһеҙлектән ҡотола. Ҡышҡы һалҡындарҙа быйма өшөтмәй.

Иҫке быймаларға яңы һулыш индерер-гә һәм ҡупшы аяҡ кейеме эшләргә мөмкин. Йоҡарып йәмһеҙләнгән балтыр өлөшөн киҫеп алабыҙ һәм ситтәренә беҙ менән тишектәр яһайбыҙ. Төҫлө ҡалын йөн ебе (оҙон йөнлө «Травка» ебе яҡшыраҡ) алып, ырғаҡ энәһе менән бер рәт ярым бағаналар (бер салып һәм епте өс күҙ аша бер юлы сығарып) бәйләп сығабыҙ. Артабан салмайса ғына бәйләп китәбеҙ. Ҡуныс бейеклеген үҙебеҙгә кәрәгенсә билдәләйбеҙ. Балтырҙы бәйләп ҡуйырға йә иһә матурлыҡ өсөн таҫма һәм помпондар менән бәйләргә була.
Помпон яһау
Ике ҡалын ҡатырғанан 8 см диаметр­лы түңәрәктәр киҫәбеҙ, уларҙың уртаһынан 5-6 см диаметрҙа тағы түңәрәк киҫеп ала­быҙ. Артабан был тишек түңәрәктәрҙең икеһен бергә тотоп, уларға ҡалын итеп йөн ебе урайбыҙ. Шунан нәҙек ҡайсы менән ике түңәрәк араһына индереп, епте киҫеп сығабыҙ. Киҫелгән ептәрҙе уртаһынан бәйләйбеҙ, помпондың ептәрен тигеҙләп тартабыҙ һәм таҫ­маға беркетәбеҙ.
Биҙәкләү
Итек балтырына йөн ептәре менән сәскә, ҡар бөртөгө сигеп ҡуйып, мәрйендәр менән биҙәһәк, аяҡ кейеме ысын сәнғәт әҫәренә әүерелер.

Читайте нас: