+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Декабрь 2017, 12:58

Башҡортостандың 100 шәхесе

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Республика Милли музейы «Башҡортостандың 100 шәхесе” исемле конференция уҙғарҙы.

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Республика Милли музейы «Башҡортостандың 100 шәхесе” исемле конференция уҙғарҙы.

Был сара Башҡортостан милли автономияһы ойош-торолоуҙың 100 йыллығына арналған. Тарихтан билдәле булыуынса, 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбурҙа Башҡорт мәркәз шураһы фарманы менән Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. Уға ярашлы, айырым Хөкүмәт, парламент һәм армия ойошторола, дәүләт символдары ҡабул ителә.

Республика Милли музейы етәксеһе Ғәли Вәлиуллин әйтеүенсә, был конференция бөтә ил кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан автономия-һы Рәсәй автономияһына ла нигеҙ һала. Башҡортостан автономияһы 1917 йылда иғлан ителһә лә, яңы ойошторолған Совет Хөкүмәте уны рәсми рәүештә ике йылдан һуң ғына таный.

1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында” ки-лешеүгә ҡул ҡуйыла. Шуға был дата Башҡортостан Рес-публикаһының тыуған көнө тип билдәләнә.

Читайте нас: