-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Декабрь 2017, 13:09

Башҡортостанда ҡышлаусы ҡоштар

«Урман тауыҡ-тары» тигән исем алып, йыл әйләнәһенә ошо тирәлә йәшәгән һуйыр, ҡор, селдән башҡа беҙҙең урман-ҡырҙарҙа бихисап ҡоштар йылы яҡҡа осмай ҡала.

«Урман тауыҡ-тары» тигән исем алып, йыл әйләнәһенә ошо тирәлә йәшәгән һуйыр, ҡор, селдән башҡа беҙҙең урман-ҡырҙарҙа бихисап ҡоштар йылы яҡҡа осмай ҡала. Ала һәм ҡара ҡарға, сәүкә һәм һайыҫҡандың йыл әйләнәһенә беҙҙең тирәлә өйөрөлөп йөрөүенә күнеккәнбеҙ. Беҙҙең урмандарҙа эрерәк ҡоштарҙан ике төрлө тумыртҡа (ҡара һәм сыбар), бараба (сойка), барҡылдаҡ (дрозд) йыл әйләнәһенә йәшәй. Ваҡ турғайҙарҙан ҡыҙылтүштәр һәм мышар турғайы (свиристель) билдәле. Ә бына шыршы турғайын (клест), үрмәлсек турғай (поползень), һыу турғайын (оляпка), һары турғай (чиж) һәм алаҡас турғайҙы (че-четка), киндер турғайын (коноплянка), сипылдаҡ турғайҙы (пищуха) оҙағыраҡ эҙләргә тура килер – улар кеше янында йәшәмәй.
Ҡышлаусы ҡоштарға беҙҙең ҡырыҫ шарттарҙа еңел түгел. Ҡышҡа ҡалған ҡоштар аҙыҡ эҙләп урындан урынға күсеп йөрөй, шуның өсөн һалҡын ҡыштарҙа тағараҡтар эшләргә, уларға ем һалып торорға кәрәк.
Читайте нас: