+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
6 Декабрь 2017, 17:38

100 йыллыҡҡа – 100 еңеү

Оҙаҡламай Республикабыҙ үҙенең оло юбилейын – 100 йыллығын билдәләйәсәк.

Оҙаҡламай Республикабыҙ үҙенең оло юбилейын – 100 йыллығын билдәләйәсәк. Бер быуатлыҡ тарихта ниндәй генә ваҡиғалар булмаған, халҡыбыҙ уларҙы һәр саҡ лайыҡлы үтте. Күп кенә батырҙарыбыҙҙың исемдәре мәңгеләштерелде. Был йәһәттән тарихсыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҙур роль уйнаны.
Күпән түгел Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы мәктәбендә тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, телсе ғалим Искәндәр Сәйетбатталов, шағирә Лариса Абдуллина менән осрашыу үтте. Сарала районыбыҙҙың башҡорт һәм татар телдәре, тарих уҡытыусылары, ата-әсәләр, уҡыусылар, район ҡо-ролтайы ағзалары ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев үҙ сығышын төбәктең тарихы, мәҙәниәте һәм данлыҡлы кешелә-рен барлауҙан башланы.
– Мин Бүздәк районында йыш булам, былтыр, мәҫәлән, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы генерал майор Р. Сыртлановҡа мәрмәр таҡтаташ асыуҙа ҡатнаштым. Бүздәклеләр үҙ районынан сыҡҡан күренекле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереүҙә һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Шул яғы менән улар башҡа төбәктәргә өлгө булып тора, – тине ул үҙ сығышында.
Ә бына тарихсы, БСТ каналының күренекле журналисы Салауат Хәмиҙуллиндың сығышын тыңлағанда залда себен осҡан тауышты ла ишетергә мөмкин ине. Сөнки үҙ сығышында ул Йәнәй ырыуы башҡорттарының тарихына айырым туҡталды. Ә залда был ырыуҙың вариҫтары ултыра, ни тиһәң дә, уларҙың һәр кеменә лә үҙ ырыуы, нәҫеле тарихы яҡын.
– Йәнәй ырыуы башҡорттары бында Аҡтаныш яғынан килеп ултырған. Әйткәндәй, Боғаҙы ауылы унда ла бар. “Гәрәй ырыуы башҡорттары” китабына ла ингән йәнәйҙәр хаҡында мәғлүмәттәр, әммә беҙ йыйылған материалды туплап, яңынан “Йәнәй”ҙәрҙең айырым китабын сығарҙыҡ. Бына шул китаптарҙы алып килдек. Алығыҙ, танышығыҙ! – тине тарихсы.
Тел ғилеме өлкәһендә иң йәш ғалимдарыбыҙҙың береһе Искәндәр Сәйетбатталов үҙ сығышында башҡорт теленең диалекттарына туҡталды.
– Ниндәй генә һөйләштә аралашһа ла, әҙәби тел нормаларына тап килмәһә лә, һәр кем үҙенең тарихи тамырҙарын өйрәнергә, донъяның башҡа телдәрен өйрәнеү маҡсаты менән дә йәшәргә бурыслы, – тине ул.
“Алтын скальпель” эйәһе, Бүздәк районы даны, медицина фәндәре докторы, профессор Радик Фаязов һәм Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡа-
ҙанған табибы Мирзаһит Баһаут-динов та был осрашыуҙың көтөп алынған ҡунаҡтары ине.
Иҫке Боғаҙы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡунаҡтар алдында концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Дәртле бейеүҙәр, күңелгә үтеп инеп, уның әллә ниндәй нескә ҡылдарын тартҡан халыҡ йырҙары осрашыуҙы биҙәп барҙы. Байрамда төбәктең уңғандары, тарих, мәҙәниәт яңылыҡтары менән халыҡты таныштырып торған кешеләре тәбрикләнде – Рида Вәлиева менән Резеда Фәйрушина – ҡоролтайҙың, Гөлназ Һәүбәнова “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Уҡыусылар килгән ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәр тапшырҙы. Ә сара аҙағында мәктәп музейына ойошторолған экскурсия барышында халыҡ тарихы онотолмаясағы, быуындан быуынға тапшырыласағы тағы бер тапҡыр иҫбатланды.
Читайте нас: