+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Декабрь 2017, 14:15

Сәхнәлә – көмөш йәштәгеләр

Көмөш йәштәгеләр араһында “Элегантлыҡ мисы” матурлыҡ конкурсы, һис шикһеҙ, Өлкәндәр көнөнә бағышланған сағыу сараларҙың береһе булды.

Көмөш йәштәгеләр араһында “Элегантлыҡ мисы” матурлыҡ конкурсы, һис шикһеҙ, Өлкәндәр көнөнә бағышланған сағыу сараларҙың береһе булды. Мәҙәниәт һарайы коллективы райондың ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары ярҙамы менән стиль һәм камиллыҡ байрамы ойошторҙо.

Бындай матурлыҡ байрамы районда беренсе тапҡыр әммә, билдәләргә кәрәк, юғары кимәлдә үтте. Тамашасылар, беренсе сиратта, конкурста ҡатнашыусылар, күпме шатлыҡ, дәрт һәм ҡеүәт алды. Ханымдар сәхнәгә сығыр алдынан тулҡынланыуҙарын баҫып, дуҫлашты, берләште. Уларға ҡарайһың да хайран ҡалаһың: гүйә, тиҫтәләрсә йылдар хеҙмәт юлы үтмәгәндәр, тормошта борсолоуҙар һәм юғалтыуҙар кисермәгәндәр.

Форсаттан файҙаланып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ф. Хәйбрахманов барлыҡ өлкән быуын кешеләренә илебеҙҙең именлеге хаҡына һалған фиҙакәр хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

Конкурс өс этаптан торҙо.Сараны С. Сәйетова һәм И. Хөсәйенов алып барҙы. “Ниндәй гүзәл ханым!” исемле тәүге этапта Вера Капишева (Иҫке Шәрәшле ауылы) үҙе тураһында француз, немец һәм рус телдәрендә һөйләп, тамашасыны ғәжәпләндерҙе. Ҡатнашыусыларҙың һәр сығышы ғаилә фоторәсемдәре һәм тормош юлдары сағылған слайдтар менән биҙәлде. Ә Рәүилә Әхмәтғәлиева (Мостафа ауылы) үҙе менән шиғри телдә таныштырҙы.

Артабанғы этапта конкурсанттар таланттарын һәм сәхнә оҫ-талыҡтарын күрһәтте. Ф. Мансурова (Иҫке Балыҡлы), М. Минзаһирова (Саҡат), Г. Муллаҡаева (Иҫке Ҡорос), Ф. Бакированың (Яңы Ҡатай) моңло йырҙары, күңелле таҡмаҡтары тамашасы күңеленә хуш килде.
И. Фёдорованың (Иҫке Маты ауылы) әҙәби-музыкаль композицияһы яғымлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа яңғыраны. Һөйкөмлө
Т. Михееваның (Баҡалы ауылы)
Р. Ғайнанов менән башҡарған вальс бейеүе көслө алҡыштарға күмелде. Д. Азимова (Яңы Ҡатай ауылы) көнсығыш бейеүен башҡарып, үҙенең яҡшы пластика, теүәл хәрәкәттәр һәм ритм оҫтаһы икәнен күрһәтеп, күптәрҙең йөрәген яуланы Р. Ғабдуллина (Ҡамышлытамаҡ) менән А. Лукьянова (Михайловка), тулҡындырғыс шиғырҙары менән, залда ултырыусы һәр кемдең күңеленә ҡағылды. Хуплау төркөмдәре иһә, үҙ сиратында, ҡатнашыусыларға ышаныс һәм көс биреп, тулҡынланыуҙарын еңергә ярҙамлашты. Һуңғы “Аҡыл эйәһе” блиц-һорауҙарға яуап биреү этабы ҡатнашыусыларҙа ауырлыҡ тыуҙырманы, улар эрудициялы булыуҙарын күрһәтте, дөрөҫ яуаптар бирҙе.

Уникаль һәләтен күрһәтеүсе һәр ҡатнашыусыға баһа биреү, финалисты билдәләү баһалама ағзаларына еңел булманы. Балдар иҫәпләнгән арала тамашасылар “Йәш баҡалылы”, “Антре” бейеү ансамблдәре, шулай уҡ солистар А. Санникова һәм Т. Рыцеваның сығыштарын ҡарап ҡыуанды.

Баһалама рәйесе З.Солтанова дипломдар тапшырып, һәр ҡатнашыусыға гел шулай сағыу һәм гүзәл булып ҡалыуҙарын, киләсәктә лә яңы еңеүҙәр генә теләне.

Иҫке Матынан И. Фёдорова “Элегантлыҡ мисы” номинация-һында билдәләнде. Ә 77 йәшлек Ф. Мансурова, иң өлкән йәштәге ҡатнашыусы булараҡ, “Минең йылдарым – минең байлығым” махсус призына лайыҡ булды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул аҡыл айыҡлығын һәм тормошҡа һөйөүен юғалтмаған.

Конкурсанттарҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Һәр береһе айырым номинацияла билдәләнде. Байрамға, әлбиттә, иғәнәселәр үҙ өлөштәрен индерҙе, уларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Ҡатнашыусыларҙың бәхетле йылмайыуҙарын һәм ҡотлауҙар ҡабул итеүҙәрен күреү үҙе бер ҡыуаныс.

Конкурста Иҫке Ҡатай урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялға киткән Фәриҙә Шәйхәйҙәр ҡыҙы Бакирова ла ҡатнашты һәм был матур сара тураһында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Конкурс тәүге тапҡыр ғына ойошторолһа ла, юғары кимәлдә үтте. Уның дөрөҫ билдәләнгән этаптары бик матур йөкмәтке менән бер бөтөн булып, үрелеп барҙы.

Ә беҙ, был бәйгелә ҡатнашыусы 11 ҡатын-ҡыҙ, ысын дуҫ командаға әйләндек. Һәр этап, һәр сығыш һайын бер-беребеҙгә уңыштар теләнек. Конкурста ҡатнашыу бик оҡшаны, үҙемә киләсәккә ыңғай энергия, көс алдым. Ул минең тормошома яңы һулыш өрҙө. Артта әллә күпме йылдар ҡалһа ла, алға ҡарап йәшәүгә өмөт һәм дәрт уятты. Үҙ көсөмдө киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәремде тәрбиәләүгә сарыф итәсәкмен. Ошондай конкурстар үткәреү кәрәк һәм киләсәктә был йолаға әйләнер, тигән ышаныста ҡалам.

Читайте нас: