-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Декабрь 2017, 14:16

Музейҙа – көтөп алынған ҡунаҡтар

Күптән түгел районда РФ Дәүләт думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов булды.

Күптән түгел районда РФ Дәүләт думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов булды. Район хакимиәтендә Рифат Ғәбделхаҡ улы граждандарҙы ҡабул итте, унан һуң Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле прозаик, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Н. Асанбаевтың һәм Чехословакия Геройы, “Ҡара генерал” Д. Мурзин музейына барҙы. Уның менән бергә Ахман ауылына билдәле журналист, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре шағирә Хәлисә Мөхәммәҙиева ла килде.

Музей булдырыу инициативаһы менән бер нисә йыл элек “Яҡташтар-баҡалылар” йәмғиәте ағзалары сығыш яһағайны. Район хакимиәте һәм урындағы халыҡтың ярҙамы һәм дөйөм тырышлығы менән эштәр теүәл-ләнеүгә табан бара, танылған яҡташтарыбыҙ биографиялары ту-раһында бай материал тупланды.

Ике йыл элек, урындағы энтузиастар шундай кәрәкле һәм файҙалы башланғысҡа булышлыҡ күрһәтеү-ен үтенгәс, Рифат Ғәбделхаҡ улы ярҙамлашырға вәғәҙә биргәйне. Һүҙен тотоп ҡына ҡалмай, матди ярҙам да күрһәтте ул, ә хәҙер үҙе лә музейға килде. Ҡунаҡтарҙы экспонаттар менән таныштырып, Ахман ауылы китапханасыһы А. Ғәҙелши-на халыҡ геройҙарының тормошо һәм батырлыҡтары тураһында һөйләне, ҡыҙыҡһындырған һорау-ҙарға яуап бирҙе. Мәртәбәле ҡунаҡтар үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә, кешене шәхес, гражданин һәм патриот булараҡ формалаштырыуҙа музейҙың ҙур ролен билдәләне.

Депутат һәм шағирә менән осрашыуға район мәктәптәренән туған тел уҡытыусылары килде. Уларға Чехословакия Геройы, Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһы командиры Даян Мурзин тураһында “Ҡара генерал” документаль фильмы күрһәтелде. Ҡунаҡ, фильм сценарийы авторы Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы Мөхәммәҙиева фильмдың нисек төшөрөлөүе тураһында һөйләне, тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шағирә кесе һәм урта йәштәге балалар өсөн үҙенең “Мин бал яратам” шиғырҙар йыйынты-ғын һәр кемгә бүләк итте.

Осрашыу йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте. Йәмәғәтселәр музей-ҙың яңы экспонаттар менән ту-лыланасағына, уларҙың һаҡлана-сағына, өйрәнеләсәгенә һәм
быуындан-быуынға тапшырыла-сағына ышаныс белдерҙе.

Был биттәге материалдарҙы Лениза Ғабдуллина әҙерләне.
Читайте нас: