+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Ноябрь 2017, 18:06

туған телде һаҡлау өсөн яңы интернет-радиостанция ойошторолдо

Октябрҙә башҡорт телендә яңы интернет-радиостан-ция үҙ эшен башланы. Әлегә ул һынау үтә.

Октябрҙә башҡорт телендә яңы интернет-радиостан-ция үҙ эшен башланы. Әлегә ул һынау үтә. «Ватан» музыка һәм мәғлүмәт радиоһы тәүлек әйләнәһенә эшләй, эфирҙы Dj Fatikh – билдәле музыкант Фәтих Мулләхмәтов тултыра.

– «Ватан»ды йәштәр аудиторияһы өсөн туған телде һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторҙоҡ. Эфирҙа яңылыҡтар һәм сифатлы музыка, башҡорт эстрадаһы хиттары, хәҙерге башҡарыусыларҙың яңы йырҙары ла яңғыраясаҡ, — тип һөйләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин.

Радиостанция етәкселәренең һүҙҙәренсә, яңы формат республика халҡына ғына ҡыҙыҡлы түгел – сәхифәне Ямал-Ненец автономиялы округында һәм Америка Ҡушма Штаттарында ла ҡарағандар. Интернет-радионы рәсми рәүештә 20 октябрҙә эшләтеп ебәреү күҙаллана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы».
Читайте нас: