“Башҡорт халҡының күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Муллаян Дәүләтша улы Халиҡов 1915 йылдан алып 1937 йылдың сентябрендә атып үлтерелгәнгә ҡәҙәр дәүләт органдарында эшләй. Тәүҙә педагог, унан башҡорт-
мосолман хәрәкәтендә ҡатнашыусы, һуңыраҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы булараҡ, әле “аҡтар”, әле “Ырымбур казактары”, әле “ҡыҙылдар” менән мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Уның инициативаһы буйынса 1919 йылдың 20 мартында Совет власы менән кесе автономиялы Башҡортостан Республикаһы булдырыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Граждандар һуғышынан һуң Бүздәк районы Иҫке Аҡтау ауылында тыуған М.Халиҡовты Стәрлетамаҡ ҡалаһында Кесе Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе итеп һайлайҙар. Башҡорт ерҙәрен Оло Башҡортостан – Башҡортостан Республикаһына берләштерә ала ул. 2000 йыллыҡ тарихы булған Өфө йәнә баш ҡалаға әйләнә. Шуға ла
республика алдында яҡташыбыҙ-ҙың хөрмәте ҙур.
Башҡортостан автономияһы тарихына мөрәжәғәт итһәк, уны төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла әүҙем эш алып бара, әммә күптәр граждандар һуғышы сыуалыштары осоронда һиҙҙермәйсә генә таралашып бөтә. Башҡортостан Хөкүмәтенән Тыуған илендә ҡалған берҙән-бер кеше – М.Халиҡов 1922 йылда башҡорт ерҙәрен берләштереүгә ирешә. Шуға ла уның хеҙмәтен Башҡортостан тарихынан һыҙып ташларға ярамай!” – тине үҙ сығышында Ф.Шәрипов.
Шулай уҡ был сарала социаль һәм кадрҙар политикаһы буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Кашафутдинов, Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Баймөхәмәтова ҡатнашты.