+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Ноябрь 2017, 18:40

Ғүмергә бергә...

Ни тиклем мәғәнә бар был һүҙҙәрҙә. Ғаилә ойоша. Алда оҙон ғүмер юлы һәм уны бергәләп үтергә, балалар үҫтерергә, бер-береңә ярҙам итергә, шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә уртаҡлашырға тура килә. Ғүмер кисергәндә төрлөһө була: епшек тә, ҡырпаҡ та ҡар яуа.

Ни тиклем мәғәнә бар был һүҙҙәрҙә. Ғаилә ойоша. Алда оҙон ғүмер юлы һәм уны бергәләп үтергә, балалар үҫтерергә, бер-береңә ярҙам итергә, шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә уртаҡлашырға тура килә. Ғүмер кисергәндә төрлөһө була: епшек тә, ҡырпаҡ та ҡар яуа.

“Мөхәббәт ул – матур йыр кеүек, ә йыр яҙыу ауыр”, – тигән бер шағир.

Яҡшы ғаилә саф ысыҡ тамсыһы кеүек. Яҡшы ғаилә – кеше өсөн ҙур бәхет ул.

Быйыл Йәрмәкәй районында ғаилә ҡороп ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулыуҙы – алтын туйҙарын билдәләп үтеүселәр 25, бриллиант туйға килеп етеүселәр ете пар.

Йәрмәкәй ауылында ауылдаш-тарының иғтибарына лайыҡ зыялы ғаиләләрҙең береһе Роза Арыҫлан ҡыҙы һәм Зәкийән Мөғәлим улы Мәхмүтовтар (фотола) йәшәй. Улар быйыл алтын туйҙарын билдәләне.

Зәкийән ағай 1940 йылда Ҡулбай ауылында ун балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһе ғүмер буйы һатыусы булған. Етенсе синыфты тамамлағас, үҙ ауылында “Саған-Бүләк” колхозында эшләгән. Хәрби хеҙмәтен ул Көнбайыш Украинала үтә. Уны тамамлап ҡайтҡас, Татарстан Республикаһының Бө-
гөлмә ҡалаһында индустрия пед-училищеһында “Техник-меха-
ник” һөнәрен үҙләштерә һәм Бәләбәй ҡалаһының һөнәр-техника училищеһында мастер була. Һуңынан милицияға эшкә инә. Башта Йәрмәкәйҙә эшләй һәм Ауырғазыға ДАИ начальнигы итеп күсерелә. Унда ул 16 йыл хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сығыр алдынан районыбыҙға әйләнеп ҡайта. Халыҡтың тыныслығын һаҡлауға Зәкийән ағай 25 йыл ғүмерен арнай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик тормай, йөрәге тынғы белмәй – “Шишмәкәй” балалар сәләмәтләндереү лагерына етәксе булып китә.

Ә тормош иптәше Роза Арыҫлан ҡыҙы Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында ете синыфты һәм Тоҙлоҡош ауылына йөрөп, унынсы синыфты тамамлай. Бәләбәй ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға инә. Унда ситтән тороп белем ала. Һуңынан Ҡулбай ауылына китапханасы итеп ебәрелә.

Тыуған ауылына ялға ҡайтҡан
йәш Зәкийән ауыл китапханаһына эшкә сибәр, оҙон сәсле ҡыҙ килгәнен белеп ала һәм кисектермәй генә барып ҡыҙ менән таныша. Йәштәр араһында мөхәббәт уты ҡабына. 1967 йылдың ҡаты һыуыҡ февралендә өйләнешәләр. Бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләп үҫтерәләр.

1969 йылдан башлап Роза апай башта Ауырғазыла, һуңынан бында әйләнеп ҡайтҡас та, хаҡлы ялға сыҡҡансы почтала пенсия, пособиелар түләү һәм күсереү операциялары буйынса контролер-оператор булып эшләй.

– Эшкә байрамға йөрөгән кеүек йөрөнөм. Эшемде бик яраттым, – тип һөйләй Роза ханым. – 90-сы йылдарҙа ғына ҡыйыныраҡ булды. Ул ваҡытта пенсияларҙы аҙыҡ-түлек менән бирәләр ине.

Хәҙерге ваҡытта Зәкийән Мөғәлим улы һәм Роза Арыҫлан ҡыҙы дүрт ейәнсәренә олатай һәм өләсәй.

Уларҙы алтын туйҙары менән ҡотларға, Президентыбыҙҙың ҡотлауын һәм иҫтәлек-бүләген тапшырырға ЗАГС бүлеге мөдире Г. Сирбаева, Йәрмәкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Л. Ғәйфуллина, район ветерандар советы рәйесе
Н. Маннапов килде. Гүзәл Сирбаева Мәхмүтовтарҙың алтын юбилей актын теркәне. Улар юбилярҙарға иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ тормош теләне.

Үҙ сиратымда, юбилярҙарға мин дә һорау бирҙем:

– 50 йыл бергә тигеҙ ғүмер итер өсөн нимә кәрәк? Йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Бер-береңә ышанып, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла иңде иңгә ҡуйып йәшәргә кәрәк. Иң мөһиме – ғәйбәт һүҙ тыңламаҫҡа. Яҡыныңа иғтибарлы булырға, һәр эште кәңәшләшеп эшләргә кәрәк, – тип үҙ серҙәре менән уртаҡлашты Мәхмүтовтар.

Дөрөҫ, тик йөрәктәр бергә типкәндә генә көндәр ҡояшлы, төндәр аяҙ була. Шул саҡта ғына алтын миҙгелгә етелә.

Читайте нас: