+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Ноябрь 2017, 18:08

Башҡортостан – тыуған илем

Эйе, нимә менән генә сағыштырмай бөйөк шағирҙар Башҡортостаныбыҙҙы... Ҡайын япрағындай күрәләр, кеше йөрәгенә лә тиңләйҙәр.

Эйе, нимә менән генә сағыштырмай бөйөк шағирҙар Башҡортостаныбыҙҙы... Ҡайын япрағындай күрәләр, кеше йөрәгенә лә тиңләйҙәр.

Дөрөҫ, формаһы менән дә, йәшәү ритмы менән дә ул кеше йөрәгенә оҡшаған. Мул һыулы йылғаларыбыҙ, ҡан тамырҙарылай, респуб-ликабыҙҙы уратып алған. Балыҡҡа бай күлдәребеҙ, йөрәк кешене кислород менән туҡландырған кеүек, бөтә халыҡты туйындыра ала.

Минең республикам ҡуйы
урмандары менән дан ҡа-ҙанған. Ниндәй генә ағастар юҡ бында?! Йәшел шәлле, аҡ күлдәкле ҡайындар, мәғрүр имәндәр, алтын япраҡлы сағандар, төҙ ҡарағайҙар, хуш еҫле йүкәләр... Көҙөн миләш, балан тәлгәштәре күҙҙең яуын алып тора. Ә күпме еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре үҫә. Уларҙы һис шикһеҙ экологик яҡтан таҙа тип әйтеп була, сөнки беҙҙең республикабыҙҙа әле кеше аяғы ла баҫмаған ерҙәр күп. Урмандарыбыҙ беҙгә һулар һауа, йәшәү дәрте бирә.

Баҫыуҙарыбыҙ төҫө йыл миҙгелдәре менән бергә үҙгәреп тора. Көҙҙәрен һәм яҙҙарын ул ҡара ыҫмала кеүек булһа, йәйен – йәм-йәшел бойҙай, арыш, арпа үҫә, ә ҡыштарын аҡ мамыҡтай юрған аҫтында йоҡлай. Был инде игенселәрҙең ты-рышлығын, уңғанлығын, ва-
ҡытында эштәрен башҡарыу-ын, шулай уҡ баҫыуҙарҙағы муллыҡты күрһәтә.

Мин үҙем ошо ерҙең, матурлыҡтың, байлыҡтың бер өлөшө, уға кәрәклегемде бөтә күңелем, йөрәгем менән тоям. Шуға күрә тырышып уҡыйым, спорт ярыштарында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Атай-әсәйемде, туғандарымды ихтирам итәм. Улар мине тыуған илде яратырға өйрәтә, бының менән бик ғорурланам. Башҡортостандың киләсәге өсөн яуаплы икәнемде лә тоям. Киләсәктә беҙ, йәш быуын, республикабыҙҙың байлығын, матурлығын һаҡ-
ларға һәм арттырырға те-йешбеҙ.

Читайте нас: