+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Ноябрь 2017, 18:17

Башҡортостан – минең рухым

Мәңгелек өсөн дә, миҙгел өсөн дә закон бер. Был йәһәттән мин үҙ милләтем тура­ һында уйлайым. Рухи йәшәйешендә ул юғары күтәрелештәргә лә ирешкән, ҡуңалтаҡлыҡ та кисергән.

...Мәңгелек өсөн дә, миҙгел өсөн дә закон бер. Был йәһәттән мин үҙ милләтем тура­ һында уйлайым. Рухи йәшәйешендә ул юғары күтәрелештәргә лә ирешкән, ҡуңалтаҡлыҡ та кисергән. Шулай ҙа оҙон-оҙаҡ тарих юлында үҙенең ижади ҡеүәтен, һәлә­ тен, илһамын юғалтмай һаҡлап килгән.

һәр бер халыҡ үҙенең тарихи юлына, тарихи яҙмышына ярашлы үҙ-үҙен раҫлауға, баһалауға лайыҡ икәнлеген иҫбатлау өсөн генә үткәндәргә әйләнеп ҡарайым. Был баһаны ситтән тороп, сит күҙ менән ҡарап үҙгәртеп булмай. Уға һуңғы мөһөр һуғылған, һәр халыҡ: «Бына мин шундай. Мин нисек бармын, шулай ҡабул ит. Һеҙгә ҡарата мин дә шулай эшләрмен», – тип белдерә.

Халыҡтар үҙ-ара мөнәсә-бәттәрен ошо кире ҡағылғыһыҙ факторҙың – милләттең үҙ-үҙен баһалауынан сығып ҡорорға бурыс­ лы, ә бер-береһенә үҙ ба-һаһын, шулай уҡ үҙ ихтыярын көсләп тағырға тейеш түгел.

...Әлбиттә, Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә милли мәсьәләгә барыһы ла бөркөттәр бейек­ легенән ҡарамай, үҙ түңгәгенән донъяға бағыусылар ҙа бар. Бер яҡтан – был мәсьәләнең асылын белмәүҙән, аңламауҙан, икенсе яҡтан – сикләнгәнлектән, ...үҙеңде ғәҙәттән тыш шәпкә сығарырға маташыу­ ҙан килә.

Мостай Кәрим иҫтәлектәренән.
Читайте нас: