+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Ноябрь 2017, 18:13

Алтын көҙҙә ололарҙы ҙурлап...

Алтын көҙ... Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята.

Алтын көҙ... Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө – ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки ололар сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисергән һымаҡ. Улар уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлдәрен кисерә һәм шуның менән бәхетле.

Илебеҙҙә көҙҙөң матур бер мәлен-дә Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам изге йолаға әүерелде.

Халыҡ-ара ололар көнөнә арнал-ған “Ниңә күңелдәр йәш икән?” исеме аҫтындағы ҙур сара Һарайлы ауылы мәҙәниәт һарайында үтте.

Сараға килгәндәрҙе Болошло ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәбиҙуллин тәрбикләп: «Һеҙ йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүсе, бай тормош тәжрибәһе туплап та, йәштәрсә дәртле булып ҡала белеүсе кешеләр. Ауыр минуттарҙа кәңәш һорап оло ағайҙарға, атай һәм әсәйгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Һеҙҙең сабырлыҡ, Тыуған илгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, лайыҡлы тормош көтөүегеҙ һәм киләсәккә яҡты өмөт менән баға белеүегеҙ һәр кем өсөн өлгө. Барлыҡ оло кешеләрҙе сифатлы тормош менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, ветерандарға иғтибарлы булыу – беҙҙең мотлаҡ бурыс һәм беҙ хәлдән килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым!» – тине.

Байрам программаһына мәктәп уҡыусылары сығышы йәм өҫтәне. Балалар лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән ветерандарыбыҙға шиғыр, йыр-бейеүҙәрен бүләк итте.
И. Бәшәрованың, Н. Постнова, Р. Кашаев, А. Таһирова, А. Зайлалованың йыр һәм бейеүҙәре бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.

Артабан байрамға килгән оло-ларҙы Болошло ауыл биләмәһе хакимиәте тырышлығы менән әҙер-ләнгән бай табын көтә ине. Өҫтәл артында инәй-бабайҙар ҡайнар сәй эсеп, хәл-әхүәлдәрен белешеп, рәхәтләнеп әңгәмәләште. Аҙҙан ғына – күңел күтәрелә, аҙҙан ғына – хәтер ҡала, тиҙәр. Йылына бер тапҡыр тик үҙҙәренә генә арналған мәҙәни саранан хаҡлы ялдағылар бик ҡәнәғәт ҡалды. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтеп китте, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә һүрелмәһен.

Читайте нас: