2004 йылдың 1 сентябренә тиклем Төньяҡ Осетиялағы бәләкәй генә ҡала – Беслан тураһында күпселек Рәсәй халҡы белмәй ҙә ине. Ошо көндән һуң Беслан фажиғәһе Рәсәй тарихына ҡара хәрефтәр менән мәңгелек ҡайғы булып уйылды. Матур күлдәктәрен кейеп, сәстәренә аҡ таҫмалар бәйләп, сәскә гөлләмәләре ҡосаҡлап Белем байрамына килгән балаларҙы чечен боевиктары аманатлыҡҡа ала. Был ҡурҡыныс ваҡиғаларҙан һуң 13 йыл уҙһа ла, бөгөн дә террорсылар ҡылған вәхшилекте мәңгеләштергән фотоларға тыныс ҡына ҡарауы мөмкин түгел.
1 сентябрҙә Яныш ауыл китапханаһында балалар өсөн терроризмға ҡаршы көрәшеү буйынса теләктәшлек көнөнә арналған “Фажиғә ҡабатланмаҫҡа тейеш” тигән хәтер сәғәте үтте. Сараны алып барыусы китапханасы Әнисә Вәкилова балаларға Беслан фажиғәһе тураһында һөйләне. Ул йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, терроризмдың ниндәй ҡурҡыныс һүҙ икәнлеген билдә-ләне:
– Терроризм – ҡурҡыу, һәләкәт, бер ғәйебе булмаған ҡарттарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың үлеме. Террорсылар бандалары күберәк була бара. Бергә тупланып ҡына беҙ был яуызлыҡты еңә аласаҡбыҙ. Террорсылар ҡанһыҙ һәм рәхимһеҙ, беҙҙең уяулығыбыҙ ғына ҡурҡыныс ваҡиғаларҙың ҡабатланыуына юл ҡуймаясаҡ. Шуға яҡындарыбыҙҙы һәм туғандарыбыҙҙы, үҙебеҙҙе ҡур-ҡыныстан һаҡлар өсөн тирә-яҡтағы кешеләргә иғтибарлы булырға, хәүеф янаған, йәки шик тыуған осраҡта кисекмәҫ-тән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төньяҡ Осетиялағы ҡурҡыныс һәләкәт күп балаларҙың ғүмерен өҙҙө, улар менән бергә уҡытыусылар ҙа ҡорбан булды. Бесландағы зыярат Фәрештәләр ҡаласығы тип йөрөтөлә.
Ошо йолаға ярашлы, сарала ҡатнашыусылар иҫкә алыу шәмдәрен ҡабыҙҙы. Һуғыштар-ҙа һәм террористик акттар ваҡытында һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алдылар.
Һуңынан балаларға “Терроризмды профилактикалау” тигән буклеттар таратылды.
Ысынлап та был көндәрҙе оноторлоҡ түгел. Сараның да маҡсаты – балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү ине. Тыныс булһын илебеҙ. Һәр килгән аяҙ көнгә шатланып йәшәйек.