2016 йылда Урманай ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡы янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гаражлы булыуға ирешкәйне инде, быйыл ауылдағы мәктәп тәҙрәләрен алмаштырырға ҡарар иттеләр.
Ауыл халҡы, педагогик коллектив, уҡыусыларҙың ата-әсәләре берҙәм рәүештә проектта ҡатнашты. Кә-рәкле сумма республика, район бюджетынан бүленде, халыҡтан, иғәнәселәрҙән йыйылды. Ауыл ке-шеһенең һәр ҡайһыһы 300-әр һум өлөш индерҙе. Дөйөм тырышлыҡтар менән 54 тәҙрә, 2 ишек алмашты-рылды. Был мәктәптә оптималь температура режимын һаҡлау мөм-кинлеге, заманса тышҡы күренеш бирәсәк, уңайлылыҡ булдырасаҡ.
Ҡамышлыларҙың да был проект-та ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Был- тыр улар һәр кем өсөн изге урынды – зыяратты төҙөкләндергәйне, быйыл да ҡатнашырға ҡарар иттеләр. Урта мәктәптең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө шөғөлләнгән бинаһының түбәһен һәм тәҙрә блоктарын алмаштырыу проекты ҡабат еңеүселәр иҫәбендә булды. Һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйылды. Халыҡтан йыйған аҡса 92 мең һум тәшкил итте. ”Бәрәкәт” агрокомплексы төп иғәнәсе булды, ул индергән аҡсалата өлөш 92 мең һумға етте. Бөгөнгө көнгә түбә ябыу тамамланды, 14 тәҙрә урынлаштырылды, яңаҡтары эшләнелә.
Баҡалы ауылында йәшәүселәр программала ҡатнашыуға правос-лавие дине тотоусыларҙың ябыҡ зыяраты ҡоймаһын алмаштырыу проектын тәҡдим итте. Был объектты төҙөкләндереү мөһим ине, сөнки уның эргәһендә генә торлаҡ микрорайоны барлыҡҡа килде, балалар баҡсаһы эшләй, яңы мәктәп тә төҙөлә.
Зыяраттың иҫке ҡоймаларын һүтеп, сүп-сарҙан таҙартыу эштәрен ауыл халҡы һәм хеҙмәт коллективтары берҙәм башҡарҙы. Яңы ҡойма өсөн халыҡтан 90 мең һум аҡса йыйылды, иғәнәселәр 90 меңлек финанс ярҙамы күрһәтте, Баҡалы ауыл Советы шулай уҡ 90 мең һум аҡса бүлһә, республика бюджетынан 570 мең һум сарыф ителде.
Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ әйтеме. Берҙәм булғанда, теләһә ниндәй ауырлыҡтар еңел үтелә, ауыр мәсьәләләр анһат хәл ителә. Берҙәм булайыҡ, бергә була-йыҡ!