+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
25 Сентябрь 2017, 11:49

Башҡорт йәштәре бергә йыйылды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте менән берлектә июль айында Башҡорт йәштәре йыйынын үткәрҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте менән берлектә июль айында Башҡорт йәштәре йыйынын үткәрҙе.

Йыйындың төп маҡсаты респуб-ликаның күп милләтле йәштәрен берләштереү, милләт-ара ыҙғышҡа юл ҡуймау, бер-береңә ихтирам, иғтибар тәрбиәләү ине.

Сараға республиканың 55 муниципаль райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Ростов өлкәләренән, Татарстан, Ханты-Манси автономия округынан (ЮГРА), Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан, хатта Ҡытайҙан килделәр, барыһы 12 мең кеше ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған интеллектуаль уйында ҡатнашып, йәштәр төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Был һорауҙар тарихсылар тарафынан алдан әҙерләнеп, райондарға ебәрелгән ине. Уйында 25 команда ҡатнашты һәм үҙҙәрен һынап ҡараны. Шулай уҡ Йыйында ҡатнашыусы командалар тарафынан 39 шәжәрә тәҡдим ителде. Улар араһында республикала ғына түгел, ситтә лә танылыу яулаған арҙаҡлы шәхестәр тураһында күп мәғлүмәт тупланған ине. Шәжәрәләр презентацияһы был байрамда, ниндәйҙер кимәлдә, үткәндәр менән киләсәкте бәйләүсе бер сылбыр – быуындар сылбыры кеүек тойолдо. Һәр кем ошо сығыштарҙы ҡарап, үҙенең үткәненә байҡау яһағандыр, күңеленән генә булһа ла ата-бабалар рухына мөрәжәғәт иткәндер. Шәжәрәләр тергеҙелә икән, тимәк, киләсәгебеҙ бар, ул өмөтлө йәштәр ҡулында.

“Киләсәк беҙҙең ҡулда” исеме менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда БР Премьер-министры урынбаҫары М. Мәһәҙиев, БР-ның йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министр – А. Иванюта, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, БР-ның Халыҡтар Ассамблеяһы рәйесе З.Рәхмәтуллина һәм башҡа абруйлы етәкселәр, ҡала һәм райондарҙың башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеты ағзалары, билдәле спортсылар, шәхестәр, эстрада йондоҙҙары, ирекмәндәр, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Йыйын сиктәрендә шулай уҡ башҡа төрлө ҡыҙыҡлы уйын-конкурстар ҙа ойошторолдо. Мә-ҫәлән, “Шағир.ру” шиғри интернет-конкурс күп яңы асыштар яһаны. “Мин башҡорт кейемендә” фотоконкурсы, “Башҡортостан – йө-рәгемдә” видеоконкурстары бөтөн интернет киңлектәрен байҡап, республикабыҙҙың һылыу башҡорт ҡыҙҙарын һәм батыр егеттәрен данлаһа, тыуған илебеҙгә арналған видеоконкурс иһә ситтә йәшәгән дуҫтарыбыҙға республикабыҙҙың хозурлығын күрһәтте.

Бер байрам да, йыйын да спорт уйындарһыҙ үтмәй бит ул! Был Йыйында ла теләгәндәр көрәшә алды, ҡайһылары үҙҙәрен башҡа төр уйындарҙа һынап ҡыуанды. “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулын йөрөткән, спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллиндың сығыш яһауы Йыйынға мәртәбә өҫтәне. Бында шулай уҡ танылған боксерҙар, каратистар, панкратион буйынса спорт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсмендарҙы ла осра-тырға мөмкин ине.

Төбәк-ара “Урал бөркөтө” конкурсында йәйәнән атыу буйынса һәм башҡа ижади ярыштарҙа 33 ҡыйыу егет көс һынашты.

“Зап-заманса-2017” заманса баш-ҡорт кейеме фестиваль-конкурсы быйыл тәүләп ойошторолдо һәм уңышлы үтте.

Йыйын барышында, ярышыу-сыларға “Ҡарауан” башҡорт фольклор төркөмө, “Заман” этно-проекты (Мәскәү ҡалаһы), “Зәйнетдин” этно-проекты, йырсы Ғ. Миңлеғолов, БР-ның атҡаҙанған артисы Р. Юлъяҡ-шин үҙҙәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, сағыу сығыштары менән көс, дәрт-дарман, илһам бирҙе.

Шулай итеп, командаларҙың дөйөм мәрәйҙәре буйынса 1-се урынға Баймаҡ районы сыҡты. 2-се һәм 3-сө урындарҙы Учалы һәм Әбйәлил райондары командалары бүлеште.

Беҙҙең район данын иһә ҡаланың музыка мәктәбе уҡытыусылары яҡланы. Улар был Йыйындан үҙҙәрен күрһәтеп, яңы дуҫтар табып, киләсәккә дәрт алып, яңынан-яңы идеялар менән янып ҡайтты.

Киләсәктә лә йәштәрҙе генә түгел, бәлки үҫеп килеүсе быуынды йый-ған ошондай саралар ойошторолһа, телебеҙ йәшәр, илебеҙ сәскә атыр, еребеҙ имен-аман булыр ине.

Р. Әбсәләмов фотолары.
Читайте нас: