+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
18 Сентябрь 2017, 12:37

Ағинәйҙең матур байрамы

Ауылыбыҙҙың иң өлкән ағинәйе Зәкиә Мөхәмәҙи ҡыҙы Рафиҡова 1921 йылдың 12 июлендә донъяға килгән. Бөгөн уға 96 йәш.

Ауылыбыҙҙың иң өлкән ағинәйе Зәкиә Мөхәмәҙи ҡыҙы Рафиҡова 1921 йылдың 12 июлендә донъяға килгән. Бөгөн уға 96 йәш.

Зәкиә ғаиләлә 10-сы бала булып тыуа. Унан бәләкәй тағы бер һеңлеһе бар. Тырыш, уңған, мул тормошло ғаиләлә үҫә, атаһы Мөхәмәҙи Харис улы бик егәрле кеше була. Аттар, һыйырҙар аҫрап, умарталар тотоп, тырышып донъя көтә был ғаилә. Бик уҡымышлы кешеләр булған улар. Илдә ауыр, буталсыҡ замандар башланғас, аталарын һөргөнгә ебәрәләр. Күпмелер ваҡыттан һуң, яңынан тикшереү үткәс, тыуған яҡтарына ҡайтырға мөмкинселек була уға.

Зәкиә мәктәпте тамам-лағас, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы ғына тамамлап, 20 йәшлек ҡыҙ мәктәптә уҡыта башлай. Йәйге каникулдарҙа уларҙы төрлө ауыр эштәргә йөрөтәләр – госпиталдәге яралы һалдаттарҙы ҡарай-ҙар, поезда ҡайтҡан-дарын ҡаршылап, госпи-талгә оҙаталар. Көҙҙән ҡалған башаҡтарҙы ашап ағыуланған кешеләрҙе ер-
ләр өсөн уларҙы ҡәбер ҡаҙырға ла ебәргәндәр. Бер ҡәбергә 6-7 кешене күмергә тура килгән саҡтарын ауыр көрһөнөп иҫкә ала ул. Һуғыштың бар ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға тура килә уға.

1946 йылда һуғыштан ҡайтҡан Ғәли исемле егеткә
кейәүгә сыға. Татыу ғаилә 4 ҡыҙ, 1 ул тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың барыһын да уҡытып, башлы-күҙле итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.

Зәкиә апай 37 йыл уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Эшләгән дәүерендә күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бү-ләктәргә лайыҡ була. Уның тырышлығы “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән билдәләнә.

Зәкиә апайҙың Мәләүез районы Тамъян ауылынан Ҡанлы-Төркәйгә күсеп килеүенә лә 30 йыл була. ҡыҙы Лиза һәм кейәүе Рәүефтең ғаиләһенә ҙур ярҙамсы ул. Ейәндәре Тимур, Лариса, Азатты ҡараша, мәктәпкә барғансы уларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтә. Балаларының таянысы ла, донъяларының “алтын йоҙағы” ла була. Ейәндәре бөгөн үҙҙәре балалар тәрбиәләй. Рәүеф Рәйес улы ла ҡәйнәһен бик ихтирам итә.

Зәкиә апай үҙе лә тыйнаҡ, тәртипле, әҙәпле, кеше менән яғымлы итеп һөйләшә. Ҡөръән аштарында доғалар уҡый. Уға был белемде йәштән үк ата-әсәһе бирә.

Лиза ҡыҙы әсәһенең 96 йәшенә “Заһиҙә” фольклор ансамблен ҡунаҡҡа саҡырҙы. “Беҙҙең оло
шатлығыбыҙҙы уртаҡла-шырға килегеҙ, бергә-бергә күңелле, матур итеп ултырырбыҙ”, – тине ул.

Табын әҙерләшергә кил-гән килендәше Лилиә, күршеһе Дания тәмле ризыҡтарын өҫтәлгә теҙеп беҙҙе ҡаршы алды. Зәкиә апайҙы тыуған көнө менән ҡотларға тип ҡоҙағыйы, ҡоҙасаһы, Мәләүездән ҡыҙы Венера, улы Урал ҡайтҡайны. Табын түрен йәмләп, ике ҡоҙағый оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы.

Ә бына ҡыҙы Лиза әсәһен ҡотлап, уның әле лә ҙур ярҙамсы булыуын, матур-матур кәңәштәр биреүен, бергә һәйбәт йәшәүҙәрен һөйләп рәхмәт әйткәндә, Зәкиә апайҙың күҙендә һөйөнөс йәштәре ялтыраны.

Мул табын артында Зәкиә апайға тик матур, изге теләктәр генә теләнде, шулай йыр-бейеү, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп күңел күтәреүҙәр барыбыҙға ла оҡшаны. Ә Зәкиә апай беҙгә рәхмәттәр уҡып ҡал-ды. Оҙон, лайыҡлы тормош үткән Зәкиә апайҙы тағы бер тапҡыр тыуған көнө менән тәбрик итәбеҙ, донъяларҙы йәмләп, аҡыллы кәңәшсе булып, оҙон-оҙаҡ йәшәһен.

Читайте нас: