+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
13 Сентябрь 2017, 14:27

Гармун моңдары тынмаһын

Байрам өҫтөнә байрам тигәндәй, ошо көндәрҙә Яныш ауылында тыуып, хәҙер төрлө тарафтарҙа йәшәгән "егет" һәм "ҡыҙҙар" бергә йыйылды.

Байрам өҫтөнә байрам тигәндәй, ошо көндәрҙә Яныш ауылында тыуып, хәҙер төрлө тарафтарҙа йәшәгән "егет" һәм "ҡыҙҙар" бергә йыйылды. уларҙың күптәре инде олатай-өләсәй булһалар ҙа, тыуған ерҙәрен, ата-әсәләрен, туғандарын, бергә уҡыған иптәштәрен, мәктәптәрен һағынып, осрашыу ойошторҙо.

Байрамды ойоштороусыларҙың береһе, Мәхмүт Ибраһимов, ҡунаҡтарҙы сәләмләп: “Беҙ йәш саҡта Яныштың бөтә урамдарында яңғырап торған гармун һәм йыр тауышы хәҙер ҙә тынып торорға тейеш түгел”, – тине. Ул Алла Ғилманова менән ауылдың гимнына әйләнгән “Янышым” йырын башҡарҙы.

Ауыл хакимиәте башлығы Ирек Шәйәхмәтов ауыл халҡын күркәм байрам менән ҡотлап, изге теләк һүҙҙәрен еткерҙе, ауыл халҡының дәррәү, берҙәм булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: – Яныш ысын мәғәнәһендә райондың йөҙөн булдырыусы ауылдарҙың береһе. Шуға күрә, беҙ һәр ерҙә алдынғы булырға тейешбеҙ. Ауыл күҙгә күренеп төҙөкләнә, матурая, халыҡ та, көрсөккә ҡарап тормай, етеш донъя көтөргә, балалар үҫтерергә, уҡытып, кеше итергә ынтылып тора. “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”, – тигән бит бөйөк Достоевский. Тирә-яҡты йәмләп үҫкән аллы-гөллө сәскәләр халыҡтың йәшәйешен, көнкүрешен генә түгел, нурлы күңел торошон да сағылдыра бит ул. Матур йәшәргә тырышыуҙары менән яныштар һәр йәһәттән башҡаларға ла өлгө булып тора, – тине.

Артабан ул ауыл уңғандарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Хеҙмәт ветераны, райондың билдәле шағирәһе Әнисә Имаева ҡунаҡтарға ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр тураһында һөйләне.

Сығыштар тамамланғас, ауыл халҡы бай йөкмәткеле концерт программаһын ҡарап кинәнде. Ошо ауылда тыуып үҫкән сәнғәт оҫталары башҡарыуындағы тыуған яҡҡа, атай-әсәйҙәргә арналған ретро йырҙар халыҡ күңеленә айырыуса хуш килде. Яныштарҙы йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре менән ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа тәбрикләне. Байрам сараһының тантаналы өлөшө тамамланғас та, халыҡ таралырға ашыҡманы әле, күрмәгәндәрҙе күреп, күрешмәгәндәр менән күрешеп, һағыныуҙарын баҫып, рәхәтләнеп һөйләште, аралашты, ҡунаҡҡа саҡырышты.

Һәр кемдең тыуған яғы, ғәзиз ауылы, ата-әсәһе, туғандары, хатта зыяраты ла ҡәҙерле. Ошо матур осрашыу байрамын ойоштороусыларға ауыл халҡы оло рәхмәтен еткерә. “Мүкләнеп бөткән күңелдәрҙе күтәреп, йәшәүгә дәрт-өмөт өҫтәп, йоҡомһораған йөрәктәребеҙҙе уятып, гармун моңдарына ҡойондороп киткәнегеҙгә ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ. Бер ваҡытта ла гармун моңдары тынмаһын! Һәр ваҡыт йәш булып ҡалығыҙ!”, – ти улар.

Был битте Салауат Батыраев әҙерләне.
Читайте нас: