+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
13 Сентябрь 2017, 14:27

Футбол – әүҙемдәр уйыны

Районда футбол турниры үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл ул 29 июлдә Коб-Покровка ауылында урынлашҡан “Ҡармасан-арена” стадионында уҙҙы.

Районда футбол турниры үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл ул 29 июлдә Коб-Покровка ауылында урынлашҡан “Ҡармасан-арена” стадионында уҙҙы. Кубок өсөн ярышта иң көслө биш команда алышты.

Муниципаль район башлығы Юрий Коземаслов, турнирҙың мөһимлеген билдәләп, ярышта ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға ихлас кү-ңелдән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе, командаларға, матур уйын күрһәтеп, еңеү яулауҙарын теләне. Шулай уҡ уйынсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе футбол байрамы менән Языков ауыл биләмәһе башлығы Р. Еникеев, “Электроника” магазины директоры урынбаҫары А. Ғүмәров, муниципаль район советы депутаты Д. Школин ҡотланы.

Футбол бәйгеһе “Спорт наркотиктарға ҡаршы” девизы аҫтында үтте.

Уйын көсөргәнешле, әммә яҡты мәлдәре менән иҫтә ҡалырлыҡ булды.

Коб-Покровка ауылының "ГазМяс"командаһы ла сағыу уйындар күрһәтте һәм I урынды алыуға өлгәште. II урында – “Языков”, Мирный ауыл биләмәһенең “БашЦИК” командаһы III урынға сыҡты.

Турнирҙы ойоштороуҙа «Фәрхетдинов» исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығы, “Электроника” магазины директоры И. Ғаймалов, Р.Яловега, район советы депутаты Д. Школин бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Ярыштар ни ҡәҙәр киҫкен булыуға ҡарамаҫтан, турнир дуҫтарса мөхиттә үтте. Уның төп бурысы ла барлыҡ милләт вәкилдәрен бер уртаҡ байраҡ аҫтына йыйыуҙан ғибәрәт ине.

Еңеү яулаған командалар миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Район спортсыларына киләсәктә лә уңыштар ғына теләйбеҙ.

Читайте нас: