-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
8 Сентябрь 2017, 18:59

Ҡатнашайыҡ, аралашайыҡ, дуҫтар!

Татарстандың Аҙнаҡай районында VII халыҡ-ара төрки халыҡтарының «Сатыртауҙа йыйын» халыҡ ижады фестивале үтте.

Татарстандың Аҙнаҡай районында VII халыҡ-ара төрки халыҡтарының «Сатыртауҙа йыйын» халыҡ ижады фестивале үтте. Төп сәхнәлә бөтә Рәсәйҙән фольклор коллективтары сығыш яһаны. Халыҡ байрамында Татарстандың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Түбәнге Кама, Туҡай райондары башҡорттары, Түбәнге Кама ҡалаһынан «Сал Урал» башҡорт фольклор ансамбле һәм Яр Саллы ҡалаһынан «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашты.

«Сатыртау – Татарстандың иң юғары географик нөктәһе – 343 метр. Сатыртау түбәһенән шундай матурлыҡ асыла, хатта тын ҡыҫыла. Элек-электән кешеләр күңел тыныслығына һәм ялына килтергән был урындың ыңғай энергетикаһын билдәләгән, – ти төбәк Башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы идараһы рәйесе Ғәли Хәсәнов. – Фестивалдә башҡорт тирмәләрен ҡорҙоҡ, йолаларҙы күрһәттек, башҡа төрки халыҡтарҙан айырылып торған көнкүрешебеҙ, мәҙәниәтебеҙ менән таныштырҙыҡ».

Борон-борондан аҡһаҡалдар Сатыртауҙа йыйынға йыйылған, мөһим һорауҙарҙы хәл иткән, ә урындағы халыҡ боронғо йолалар буйынса байрамдар уҙғарған. Театрлаштырылған тамашала Сатыр батыр төп персонаж булып сығыш яһаған.

2011 йылдан уҙғарылған фестивалдә өс меңләп кеше ҡатнашҡан. Уның төп маҡсаты – төрки халыҡтарының мәҙәни хеҙмәттәшлеген, мәҙәни йолаларҙы, рухи байлыҡты тергеҙеү һәм үҫтереү, халыҡтарҙың бер-береһен аңлау һәм берләшеүен нығытыу.

Был йыйында, Аҙнаҡай тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренең саҡырыуы буйынса, “Тамға” ижад берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова үҙенең ҡул эштәре күргәҙмәһен тәҡдим итте. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы башҡорттарына хас булған милли кейем өлгөләрен дә күрһәтте. Шулай уҡ Зөлфиәнең махсус әҙерләп алып барған, татар орнаменты – сағыу сәскәләр төшөрөп эшләнгән визитницалары халыҡҡа бик оҡшаған.

– Ошондай йыйындарға, күргәҙмә-конкурстарға йөрөү күңел тыныс-лығы бирә, дәрт-дарман өҫтәй. Киләсәккә яңы пландар, идеялар менән ҡайтаһың, дуҫтар табаһың. Ижади эш менән шөғөлләнеү һәм төрлө сараларҙа ҡатнашыу, минеңсә, бөгөнгөнө үткәндәр менән бәйләй, булған күперҙе нығыта, – ти Зөлфиә тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Ысынлап та, боронғолар ятҡан таш мүкләнгән, тигән. Килтереп биргән-де көтөп, һауаға төкөрөп ятһаң, ашың да аш булмай, эшең дә ырамай. Ошондай сараларға йөрөйөк, ҡатнашайыҡ, аралашайыҡ, дуҫтар!

Читайте нас: