Уҙған уҡыу йылы башланғанда ла үҙебеҙҙе әкиәт донъяһында кеүек хис иттек. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән тыуҙырылған матурлыҡ донъяһында тырышып уҡытаһы, уҡыйһы, эшләйһе генә килеп торҙо.
Көҙөн йәшелсәләрҙе, йәй буйы матурлыҡ, йәм биргән сәскәләрҙең орлоҡтарын йыйҙыҡ. Яҙ, йәй миҙгелендә мәктәбебеҙ тағы ла йәмләнһен өсөн орлоҡтар әҙерләнек.
Бигерәк тә ҡышты уҡыусы-ларыбыҙ һағынып көтөп алды. Һәр йылдағыса ҡарҙан, боҙҙан матур һындар яһау конкурстары уҙғарҙыҡ. Һәр класс мәктәпте матурлауҙа әүҙем ҡатнашты, еңеүселәр ҙә билдәләнде: I урынды – IX класс, II урынды – VII –VIII кластар, III урынды ҡалған класс уҡыусылары яуланы, бүләктәр тапшырылды. VII-IX класс уҡыусыларына 2D фильмын ҡарау бәхете тейҙе.
Яһаған һындарыбыҙҙы бөтә кеше һоҡланып ҡараны. Унда йәнһүрәт персонаждары, Яңы йыл байрамын килтереүсе Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу ҙа бар ине. Үҙебеҙҙе мөғжизәле әкиәт илендә кеүек тойҙоҡ. Байрам итергә йыраҡтарҙан ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ ҙа, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарыбыҙ ҙа – һәммә кеше уларға һоҡланды, эргәһендә фотоға төшөүселәр ҙә булды.
Яҙ килеү менән, тағы ла мәктәбебеҙҙе матурыраҡ иткебеҙ килде. Көҙҙән әҙерләнгән сәскә орлоҡтарын сәсергә клумбалар, түтәлдәр яһаныҡ. Был эштә лә һәр класс коллективы, уҡытыусылар, эшселәребеҙ ҙә әүҙем ҡатнашты. Төрлө материалдан яһалған гөл һауыттары ла мәктәп янына йәм бирә.
Матурлыҡ тыуҙырыуҙан тыш
уҡыусыларыбыҙ һәм уҡытыусы-ларыбыҙ төп бурысыбыҙ – уҡыу-уҡытыу, белем биреүҙе лә онот-май. Олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнаша.
7-се класс уҡыусыһы Гөлназ Раянова йәмғиәт белеменән 2-се урын (уҡытыусыһы – Гөлназ Мусина), 8-се класс уҡыусыһы Ләйсән Гәрәева биологиянан 3-сө урын (уҡытыусыһы – Зәлирә Даянова), 4-се класс уҡыусыһы Айгиз Мусин башланғыс кластар араһында уҙғарылған математиканан 3-сө урын (уҡытыусыһы – Гөлшат Әхмәтйәнова), 9-сы класс уҡыусыһы Илнур Раянов башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 3-сө урын (уҡытыусыһы – Нурия Раянова) алып ҡыуандырҙы.
Уҡыусыларыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Кесе фәндәр ака-демияһы сиктәрендә уҙғарылған тикшеренеү эштәренең район бәйгеһендә лә ҡатнашты. 3-сө класс уҡыусыһы Гүзәл Мәрҙәнова “Крайҙы өйрәнеү” номинацияһында 3-сө урынды алды (уҡытыусыһы – Илвира Мәрҙәнова), 4-се класс уҡыусыһы Ләйсән Бәхтиева “Фән һәм ижад” номинацияһында әүҙем ҡатнашыусы (уҡытыусыһы – Гөлшат Әхмәтйәнова), 8-се класс уҡыусыһы Анита Фәйзуллина “Крайҙы өйрәнеү” номинацияһында яҡшы һөҙөмтәләргә иреште (уҡы-тыусыһы – Гөлназ Мусина).
Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған “Республикама дан йырлайым” район иншалар бәйгеһендә 3-сө класс уҡыусыһы Гүзәл Мәрҙәнова ла 1-се урынға лайыҡ булды.
6-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Низаметдинова район уҙғарған йәш һәләттәрҙең “Башҡортостан йон-доҙсоҡтары” бәйгеһенең “Вокал” номинацияһында еңеүсе булды.
Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Һәр ваҡыт йәшәһен ғаилә!” яттан шиғыр һөйләүселәрҙең II район бәйгеһендә 7-се класс уҡыусыһы Гөлназ Раянова “Үҙем ижад иткән әҫәр” номинацияһында ҡатнашып еңеүсе булды.
Мәктәптең театр коллективы һәр йыл район уҙғарған “Йондоҙло юл” фестиваль-бәйгеһендә уңышлы ҡатнаша. Ғ. Камалдың “Беренсе театр” комедияһынан өҙөк сәхнәләштереп, быйыл да грамота менән бүләкләнде (етәксеһе – Рәшиҙә Низамова).
Мәктәп уҡыусылары спорт ярыштарында ла үҙҙәрен һынатманы. Шашка, саңғы, коньки, еңел атлетика төрҙәренән айырылып торҙолар.
Төп белем биреү мәктәптәре араһында спартакиада зачётына шашка буйынса район ярыштарында ла уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. Илдар Рәшитов – 2-се, Руслан Бәҙретдинов 3-cө урындар яуланы, ә мәктәп командаһы – 3-cө урында.
Шулай уҡ төп белем биреү мәктәптәре араһында спартакиада зачётына саңғы буйынса район ярыштарында ла уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. Резеда Ғилметдинова, Айгөл Низаметдинова – 1-се, Ринар Разетдинов – 2-се, Финат Мәрҙәнов 3-cө урындар яулаһа, мәктәп командаһы 1-cе урынға сыҡты.
“Беҙҙең өмөтлө боҙобоҙ – 2018” коньки буйынса Бөтә Рәсәй күмәк ярыштарында ла уңыштарыбыҙ бар: Гөлназ Раянова – 1-се урын, Айгөл Низаметдинова – 2-се урын, Наҙгөл Нурғәлиева – 3-cө урын.
Спартакиада зачётына еңел атлетика буйынса мәктәп уҡыу-сыларының ГТО район фестивален-дә Резеда Ғилметдиновала – 2-се урын, Ридал Ниғәмәтйәновта 3-cө урын булды, ә мәктәп командаһы – 1-cе урында.
64 уҡыусы белем алды, балалар баҡсаһында 15 бала тәрбиәләнде.
6 уҡыусы мәктәпте тамамлап төрлө уҡыу йорттарында уҡыясаҡ.
Йәй көнө лә мәктәбебеҙҙә эш ҡайнай. Үҙебеҙ яһаған клумбаларҙы, түтәлдәрҙе тәрбиәләйбеҙ, сүп үләндәрен утайбыҙ, яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ.
Тиҙҙән мәктәбебеҙ ишектәрен 62 бала асып инәсәк, беренсе тапҡыр 1-се класҡа 7 бәләкәс дуҫыбыҙ киләсәк, балалар баҡсаһында 15 бала тәрбиәләнәсәк.