+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2022, 11:58

Туймазыла бер ҡатын мутлашыусыларға 20 мең һум аҡса күсергән

Уның кеҫә телефонын Интернет аша һатып алырға теләге булған.

Һуңғы тәүлектә республикала йәшәүсе ете кеше мутлашыусылар селтәренә эләккән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Улар иҫәбендә - интернет аша кеҫә телефон һатып алырға теләгән 27 йәшлек Туймазы ҡыҙы. Һатыусы ҡыҙҙан алдан түләү һорай, ул уға 20 мең һум аҡса күсергәс, шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлай.

Полиция хеҙмәткәрҙәре шикле шылтыратыуҙар булһа, һөйләшеүҙе тиҙ арала туҡтатырға кәрәклеген иҫкә төшөрә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар аҡсаларығыҙҙы «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсермәҫкә, сит кешегә шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк реквизиттарын хәбәр итмәҫкә, тикшерелгән сайттар менән генә файҙаланырға кәңәш итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: