+1 °С
Ясно
Новости
11 Апреля 2022, 07:03

Туймазы районы башлығы үҙенең телеграмма-каналын асты

Мессенджерҙа Айҙар Суфиянов Туймазы районында йәшәүселәр һәм ваҡиғалар хаҡында һөйләй.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан муниципалитеттары башлыҡтары халыҡ менән эшләгәндә социаль селтәрҙәр менән әүҙем файҙалана. Улар «Бәйләнештә» һәм «Класташтар»ҙа үҙҙәренең сәхифәләрен асты, хәҙер Telegram-ға сират етте.

Өфө райондары етәкселәре һәм хакимиәттәре башлыҡтары телеграм-каналдарҙа үҙҙәренең ведомствоһындағы биләмәләрҙә үткәрелгән саралар, спорт һәм мәҙәни-күңел асыу ваҡиғалары тураһында хәбәр итә, халыҡ проблемаларын тикшерә, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә.

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновтың да үҙ каналы бар. Башлыҡтың Telegram-каналын табыуы еңел - бының өсөн мессенджерҙа уных фамилияһын эҙләп табырға кәрәк. Йәки ошо һылтанма буйынса үтергә: https://t.me/arsufianov.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас