+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2022, 17:41

Эшен һәм тыуған ауылын ярата

Зилә Кәнзел ҡыҙы Хәйруллинаның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙма бар – һаулыҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер вазифаһына эшкә ҡабул ителгән.

Тиҫтәләгән йылдар дауамында шулай булған – фельдшер ауылда абруйлы кеше һәм барыһын да белергә тейеш. Сәләмәтлек яғынан ниндәй генә проблемаһы булмаһын, ауыл кешеһе фельдшер-акушерлыҡ пунктына килә. Фельдшер хеҙмәте ҙур көс, эшкә бирелгәнлек, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ауырыуҙың хәлен аңлай һәм күрә, тиҙ арала эш итә белергә, тыныс холоҡло һәм эшкә һәләтле булырға кәрәк. Зилә Кәнзел ҡыҙына әлеге барлыҡ сифаттар ҙа хас.

Шуның өҫтөнә ул яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм уңған хужабикә лә. Тормош иптәше Фәйраз Мирсәйет улы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән.

Ауыл ерендә йәшәгәс хужалыҡһыҙ булмай. Ирле-ҡатынлы Хәйруллиндар ҙа ихата тулырып мал аҫырай, ҡош-ҡорт үҫтерә, ҙур баҡсалары бар, унда бөтә әйбер ваҡытында сыҡһын һәм уңыш бирһен өсөн күп көс түгергә тура килә. Зилә Кәнзел ҡыҙы бөтәһенә лә өлгөрә! Һөйөклө ире Фәйраз Мирсәйет улы – бар эштә лә уның ышаныслы ярҙамсыһы һәм ныҡлы терәге.

«Ауылды йылдың бар миҙгелендә лә яратам, шуға күрә тыуған ауылымдан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Беҙҙә һәр кем аңлашып, ярҙамлашып йәшәй, ҡоштар һайрай, муйыл сәскләренең хуш еҫе баштарҙы әйләндерә, беҙҙәгеләй саф һауа, шифалы һыуҙар башҡа бер ерҙә лә юҡ», – ти Зилә Кәнзел ҡыҙы.

Ул ғүмеренең 35 йылын ауылдаштары – туғандары һәм яҡындарының сәләмәтлеген ҡайғыртыуға бағыш-лауы менән бәхетле! Хөрмәтле Зилә Кәнзел ҡыҙы, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ һәм эскерһеҙ хеҙмәтегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

 


Ф. ФӘРРӘХОВА, Бурһыҡ ауылы китапханаһы китапханасыһы.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: