+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2022, 13:18

Шәкәр магазин кәштәләренә кире ҡайта. Ләкин юғары хаҡ менән

Магазиндарҙа шәкәр ҡомо барлығына ҡарамаҫтан, ундағы ығы-зығы баҫылмай. Хәҙер халыҡ уның булмауын түгел, ә хаҡын тикшерә.

Октябрьский ҡалаһынан Николай Маркелов һүҙҙәренсә, «Сулпан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә шәкәрҙең килограмы 100 һум тора. Өфөлә йәшәүсе ҡатын редакция түбәндәге хәбәр ебәргән: «Өфө баҙарында шәкәрҙең килограмын 114 һумдан һаталар. Ул спекуляциямы әллә эшҡыуарлыҡмы».

Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эшҡыуарлыҡты һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү бүлеге начальнигы Руслан Ғизәтуллин бына нимә тип яуап бирҙе:

- Федераль ҡануниәткә ярашлы сауҙа эшмәкәрлеге алып барыусы хужалыҡ итеүсе субъекттар тауарҙарға хаҡтарҙы үҙ аллы билдәләй. Шуның менән бергә үҙ компетенцияһы сиктәрендә хакимиәттең эшҡыуарлыҡты һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү бүлеге хаҡтарға һәм сауҙа объекттарында айырым тауарҙарҙың булыу-булмауына мониторинг алып бара. Мәғлүмәт тиҙ арала БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына ебәрелә.

Бынан тыш, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы тауарҙарҙың, хеҙмәттәрҙең хаҡтары үҙгәреү һәм уларҙың булыу-булмауы мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу элемтә асты. Ҡыҙыу линияның телефоны: (347) 216-53-78.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: