+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2022, 10:55

Туймазыла брейк-дансты мәктәпкәсә йәштәге балалар үҙләштерә

Шулай уҡ ҡалала бейеүселәр араһында ярыштар уҙҙы.

Өсөнсө урынды Зара Сафина яуланы, икенсе урында - Зарина Төхвәтуллина, ә беренсе урынға үҙенең артистизмы менән барыһын да хайран ҡалдырған Данил Коновалов лайыҡ булды.

Еңеп сыҡҡан ҡыҙҙар мәктәптә уҡый, ә Данил балалар баҡсаһына ғына йөрөй әле. Уға алты йәш.

Малайҙың әсәһе Гөлнара Фәүир ҡыҙы әйтеүенсә, Данил 2,5 йәшенән «Багира» спорт аэробикаһы студияһында шөғөлләнгән.

-       Әгәр брейк-данс бейеүселәренең ярышын күрмәһә, ул, моғайын, унда үҙ оҫталығын әлегә тиклем камиллаштырыр ине. Ә хәҙер Данил брейкинг буйынса олимпия чемпионы булыу маҡсатын ҡуйған, шуға күрә шулай тырыша, - тип йылмая Гөлнара Коновалова.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: