+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2022, 15:02

Туймазыла медицина хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә аллея ултыртыласаҡ

Башҡортостанда 23 апрелдән 10 майға тиклем «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла.

23 апрелдә республикала ағас ултыртыу көнөн берҙәм көн итеү планлаштырыла. Ләкин акция бер көн менән генә сикләнмәй, ул 10 майға тиклем дауам итә. Был көндәрҙә республика халҡы 49 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртасаҡ. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында тотош республикала 38 тематик аллея барлыҡҡа килә: «Алмағас» - Ағиҙелдә, «Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек» - Учалыла, «Студенттар» - Мәләүездә. Туймазыла медицина хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә яңы аллея булдырыла.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: