+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2022, 13:28

Ә шулай ҙа, шиғри ҡанатлылар, Юғарыраҡ оса барыбер

Яҡташтарығыҙҙы беләһегеҙме? Нурлы шағир Нурлан!  

Шағир, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары, ғалим, журналист, публицист Нурлан Ғәниев Благовар районы Яңы Һынташ ауылында тыуа. Бәләбәй педагогия колледжын һәм Башҡортостан дәүләт университетының философия факультетын, аспирантура, Рәсәй сәйәсәт мәктәбен тамамлай.

Бәләбәй ҡалаһында йыл һайын үткәрелә торған “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестивалендә Фәтих Кәрим исемендәге махсус премияға лайыҡ була. Ҡазан ҡалаһында йәш яҙыусы һәм шағирҙарҙың Рәсәй кимәлендә үткәрелеүсе “Иҙелем аҡсарлағы” конкурсында ҡатнашып, ике йыл рәттән еңеү яулай, 2014 йылда конкурстың иң юғары бүләге – Гран-приға лайыҡ була. 2016 йылда “Китап” нәшриәтендә “Бер миҙгел ни бары...” исемле тәүге китабы донъя күрҙе.

Өйләнгән. Ҡатыны Рәфиҙә менән Искәндәр һәм Нурислам исемле бик матур ҙа, бик батыр ҙа ике ул тәрбиәләйҙәр.

 


Мин һинең төҫлө түгел шул,
Һин минең төҫлө түгел.
Һин көслөһөң, тырышһам да,
Мин улай көслө түгел.

Икебеҙ ике донъянан –

Һин – ерҙән, ә мин күктән.
Шулай икәнен үҙең дә
Аңлағанһыңдыр күптән.

Мин – тымыҡ ҡына бер һыу,

Ә һин ут инде, ялҡын.
Ут менән һыу һәр саҡ дошман –
Һин миңә шундай яҡын.

Мин бер аҙ ялҡаумындыр ҙа,

Һин инде шундай уңған.
Яңынан тыуған хәлдә лә
Мин ундай уңған булмам.

Мин бик етди һәм ҡырыҫмын,

Үлсәп әйтәм һүҙемде.
Тураһын әйтеп ташлайһың,
Йоммайһың да күҙеңде.

Мин балалай бер ҡатлыраҡ,

Һин шундай серле икән.
Уйлай китһәң, уйың етмәҫ –
Беҙ шундай төрлө икән.

Яуап көткән күҙҙәремә

Ҡараның уйсан ғына:
"Магнит та бит тартыша, тик
Плюс-минус булһа ғына!".

 

 

 

 


Илай-илай яҙғандарҙы
Көлә-көлә уҡыған бар.
Көлә-көлә яҙғандарҙы
Илап уҡып ултырған бар.

Йырҙарымда – бар ғүмерем:

Шатлыҡтарым, әрнеүҙәрем.
Йырҙарымда йәшәү тәме:
Әле шәрбәт, әле әрем.

Йырҙарымда мең төҫ балҡый:

Әле һары, әле ҡыҙыл.
Йырҙарымдың бер һүҙен дә
Булмай инде, булмай һыҙып.

Йырҙарымда – үткәндәрем:

Яңылышым, уңыштарым.
Бер йыр ҡалһын минән дә тип
Йырҙар яҙып булышҡаным…

Ҡалһа ла ул, яныр бер саҡ

Усағында быуаттарҙың.
Янһын әйҙә, дөрләп янһын
Үҙ иткәнсе сит-яттарҙы.

Ян һин, әйҙә, дөрләп ян һин

Үҙ иткәнсе сит-яттарҙы...

* * *

Ярҙарҙың тар сағы әле –
Яҙ айы урталары.
Ярһып-ярһып аға һыуҙар,
Аҡһын, бер туҡтар әле.

Үҙемдең дә шул һыуҙарҙай

Шашҡан саҡтарым булды.
Күңел ярҙарыма һыймай
Ташҡан саҡтарым булды.

Ҙур һыуҙарға ашыҡтым гел –

Ҙур һыуҙар шомло булды.
Һыуҙан сығып утҡа индем –
Ғүмерем шундай булды.

Ҡағыҙ корабтар йөҙҙөргән

Саҡтарым йыраҡ ҡалды.
Елкәнһеҙ булды хыялдар –
Артымдан илап ҡалды.

Тулҡын булып ярға ятып

Үкһене өмөттәрем.
Күңелдә булды уларҙың
Гел диңгеҙ кеүектәре.

...Ярҙарҙың тар сағы әле –
Яҙ айы урталары.
Ярһып-ярһып аға һыуҙар,
Аҡһын, бер туҡтар әле.

* * *

Мин көҙҙәргә инеп барам,
Көҙҙәрҙең һалҡынына.
Елдәрҙең ҡырыҫтарына,
Көндәрҙең алтынына.

Мин көҙҙәргә инеп барам –

Көҙҙәрем көтә инде.
Һағыштан һуң нимә килер –
Көҙҙәр бер бөтөр инде.

Мин көҙҙәргә инеп барам –

Миләштәр яна инде.
Бында минең дуҫтарым да,
Серҙәш тә яңы инде.

Мин көҙҙәргә инеп барам –

Емешен ҡаптым инде.
Яҙҙарҙа эҙләгәнемде
Көҙҙәрҙә таптым инде.

Мин көҙҙәргә инеп барам –

Көндәрҙең алтынына.
Тик көҙҙәрҙә генә ҡайтам,
Ҡайтам үҙ асылыма...

* * *

Кисер мине, ғәзиз тыуған ерем,
Өмөттәрең әгәр аҡламаһам.
Тик сер бирмәҫ өсөн генә әгәр
Ғорур булһам, артыҡ ваҡланмаһам.

Кисер мине, урамдарың буйлап

Пар аттарҙа елеп уҙалмаһам.
Һоҡланырлыҡ сәскә аталмаһам,
Бәпембәләр булып туҙалмаһам.

Кисерегеҙ мине, яҡташтарым,

Тейешенсә ихлас булалмаһам.
Баҡсағыҙҙа үҫкән алмағасҡа
Бер ҡош булып ҡайтып ҡуналмаһам.

Кисер мине, ғәзиз тыуған ерем,
Киткән өсөн ташлап сит яҡтарға.
Сит яҡта ла олтан булманым мин,
Һыр бирмәнем кеүек сит-яттарға.

Кисер мине, ғорур исемеңде

Һала алмаһам әгәр йырҙарыма.
Исемеңдең һәр ауазы күскән
Моң тирбәлгән күңел ҡылдарыма.

Тормош ҡағиҙәһе шундай инде:

Йәшәһәң дә ҡайһы яҡта һин,
Ғәзиз тыуған ерең ҡосағына
Бер әйләнеп кире ҡайтаһы.
Ҡуйынында уның ятаһы...

* * *

Әсәйемдең һөйөп-наҙлап
Үҫтергән улы инем.
Ҡайсағында – ҡамасауы,
Ҡай саҡ уң ҡулы инем.

Булды ваҡыт – әсәйемдең

Ҡосағынан сыҡманым.
Хоҙай шаһит – фатихаһын,
Кәңәш һүҙен йыҡманым.

Әҙ булдымы ауырлыҡтан

Эстәр өҙөлгән мәлем?
Әсәй генә һорай белде:
"Ауырмы, балам, хәлең?"

Булды инде ҡосаҡлашып

Икәү илаған саҡтар.
Барыһы ҡаршы булғанда ла
Әсәйем мине яҡлар,
Әсәйем генә һаҡлар...

* * *

Шатлыҡтарҙың төҫө һәр саҡ сағыу,
Ҡайғыныҡы ғына гел ҡара.
Шатлыҡтарҙан йылмайыуҙар тыуа,
Ҡайғыларҙан ҡала гел яра.

Аҡ төҫтәме, йәшел, зәңгәрме ул –

Шатлыҡ – шатлыҡ инде ҡайҙа ла.
Алтын-көмөштәргә төрөлһә лә,
Ҡара булып ҡала ҡайғылар.

Һағыш төҫө һәр саҡ һары инде,

Зәңгәр төҫтә гелән хыялдар.
Иртәгәһе – алһыу, ә үткәндәр
Сыуар төҫкә гелән буялған.

Һәр кешенең шатлыҡ төҫө үҙенсә,

Һәр саҡ сағыу, яҡты – шул бары.
Тик ҡайғылар ғына берҙәй әсе,
Һәр кем өсөн ҡайғы гел ҡара...

* * *

Йылдар үтеү менән тыйнаҡланам,
Һүнә бара кеүек күңелем.
Беләм инде янып йәшәүҙәрҙең,
Был дөрләүҙең мәңге түгелен.

Сабырлымын. Ҡанат ҡағыуҙары

Ауырлаша бара, көс кәмей.
Тик хыялдың был торошом менән
Килешәһе генә һис килмәй.

Усаҡтың да ут телдәре бер мәл

Ҡалтырай ҙа, ҡала тик көлгә.
Яҡты саҡта онотола инде,
Ут ҡәҙере – ҡара бер төндә.

...Йылдар үтеү менән

тыйнаҡланам,

Һүнә барам. Шундай көндө мин.
Һис үкенмәм, халҡым өсөн янып
Ҡалһам бер көн ап-аҡ көлгә мин!

* * *

Был донъяға кеше тыуыу менән
Аҡ биләүгә һалып төрәләр.
Берәүенә ҡаты ҡул эләгә,
Берәүҙәрҙе наҙлап һөйәләр.

Берәүҙәрҙе үҙе иҫән саҡта

Тапай-тапай ергә күмәләр.
Берәүҙәрҙе, лайыҡ булмаһа ла,
Ай-ҡояшҡа тиклем сөйәләр.

Берәүҙәрҙе фәрештәләй күреп

Үткән һайын ҡулын үбәләр.
Ҡаршы һүҙ ҡаталмаҫ бер меҫкенгә
Ғүмер буйы ғәйеп үрәләр.

Ҡан да, йән дә тартмаҫ берәүҙәрҙе

Туғанылай яҡын күрәләр.
Бер ҡарында ятҡан шул туғанды
Дошман итеп ситкә тибәләр.

Былай ғына, ҡыҙыҡ өсөн генә

Берәүҙәрҙе Себер һөрәләр.
Яң(ы)лыш абынһа ла, ҡоланы, тип
Бармаҡ төртөп шартлап көләләр.

...Бәғзе берәү үҙе өсөн йәшәй,

Берәү өсөн берәү үләлер.
Айырмай бит беҙҙе тик Ер генә –
Барыбыҙға урын бирәлер,
Барыбыҙға тигеҙ бүлә гел.

* * *

Хәлең нисек, Шағир? Иҫәнме һин,
Бөтмәнеме йәнең тетелеп?
Һаман шулай йәшәйһеңме әле
Мең терелеп һәм мең ҡат үлеп?

Хәлең нисек, Шағир? Заман өсөн

Үҙ кешеме, әллә үгәйһеңме?
Бармы телең, бармы әле илең,
Бер уҙғынсы ғына түгелһеңме?

Хәлең нисек, Шағир? Тормош йөгө

Иңдәреңде баҫып төшмәйме ул?
Китаптарың ҡулда йөрөймө лә,
Кәштәләрҙә туҙан "эсмәйме" һуң?

Хәлең нисек, Шағир? Заманыңдың

Хужаһымы, әллә ҡоломо һин?
Ҡылыс киҫмәй эйелгәнде, тиеп,
Башың эйҙең мәллә, ғорурмы һин?

Хәлең нисек, Шағир? Һуң тыуҙым, тип

Үкенгәнең бармы, булғылаймы?
Бөгөнгө көн һине яралаймы,
Милләтемде һүҙең дауалаймы?

Хәлең нисек, Шағир? Ҡәҙерлеме,

Абруйлымы атың илдәреңдә?
Ҡыуанысың күпме, йыуанысмы –
Бер яраһы була кемдәрҙең дә?

Хәлең нисек, Шағир? Иреклеме,

Ситлектәге ҡоштай биклеме һин?
Иҫеңдәме, күктән илсе итеп
Ебәрелгән бер зат инең бит һин!

Хәлең нисек, Шағир? Зарланмайһың
Шартлап һынған саҡта беләгең дә!
Үҙ хәстәрең генә һыймай ҡала
Заман ғәме һыйған йөрәгеңә...

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: