+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2022, 09:09

Ләйсән Үтәшева ире Павел Воля тураһында һөйләне

43 йәшлек комик Павел Воля һәм 36 йәшлек спортсы Ләйсән Үтәшева 9 йыл бергә.

Ата-әсә ике бала - 8 йәшлек улы Робертты һәм 6 йәшлек ҡыҙы Софияны тәрбиәләй. Журналистарға яңы интервьюһында Үтәшева әйтеүенсә, ул һәр саҡ ирен тыңлай һәм улар бөтә мөһим ҡарарҙарҙы бергә ҡабул итәләр.

Ләйсән әйтеүенсә, Павел уны бик һаҡлай һәм ҡайғырта.

"Ул мин ниндәй проекттарҙа ҡатнашыуыма, ниндәй кешеләр менән эшләүемә битараф түгел. Минеңсә, әгәр ир ҡатын-ҡыҙҙы ярата икән, был ғәҙәти күренеш ", - ти Үтәшева.

Көҙ көнө ғаилә туйҙарының унынсы йыллығын билдәләйәсәк. Ләйсән әйтеүенсә, әлегә улар ошондай мөһим датаны нисек билдәләргә икәнен белмәй.

"Шуныһы ҡыуаныслы: бергәләп ошо датаға килеп еттек. Әммә хәҙер пландар төҙөү ҡатмарлы. Ошондай ваҡытта йәшәйбеҙ, пандемияны күҙ уңында тотам», - тине Ләйсән Үтәшева.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: