-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2022, 11:54

«Бамбарбия киргуду» йәки Шуриктың башҡа мажаралары

Башҡортостандың социаль хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡлы флэшмоб үткәрҙе.

- Төп бурыс совет кинофильмдарынан кадрҙы тулы итеп ҡабатлаған фотоһүрәт төшөрөү булды, - тип һөйләй учреждениеның директоры Зәлиә Баһауетдинова. – Былтыр, изоляция ваҡытында белгестәр һәм тәрбиәләнеүселәр бергәләп ижад мөхитенә сумдыҡ. Флешмоб ярҙамында беҙ халыҡтың ялын яҡшыртыуҙан тыш, уларҙы дөйөм кешелек ҡиммәттәрен асыусы һәм пропагандалаусы илебеҙ фильмдарын ҡарауға йәлеп иттек, совет кинематографының тарихы менән таныштырҙыҡ. Фотоларҙың геройҙары - хеҙмәткәрҙәр һәм тәрбиәләнеүселәр. Реквизиттарҙы, костюмдарҙы үҙебеҙ һайланыҡ, визажистар ҙа үҙебеҙ булдыҡ.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: