+11 °С
Облачно
Новости
15 Марта 2022, 07:25

Башҡортостандың биш ауылында алкоголь һатыуҙы тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда биш ауыл халҡы үҙ биләмәһендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу башланғысы менән сығыш яһаны. Был хаҡта бөгөн, 14 мартта, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай белдерҙе.

Тәүгеләрҙән булып бындай ҡарарҙы Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй, Хоҙайбирҙин һәм Сәлих ауылдары халҡы ҡабул иткән. Район советынан Башҡортостан хөкүмәтенә тейешле документ ғинуар аҙағында уҡ ебәрелгән. Хөкүмәт ҡарарынан һуң башланғысты ҡоролтай депутаттары ҡарай.

Һуңғараҡ Көйөргәҙе районы Яҡшембәт һәм Яҡут ауылдарында йәшәүселәр ҙә хәмер һатыуҙы тыйырға теләүҙәре хаҡында белдергән. Уларҙың башланғысы ла регламентҡа ярашлы ҡарала.

«Тәү сиратта көндәлек тормошта спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы туҡтатыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Быға шунда уҡ, һатыуҙы тыйып ҡына өлгәшеп булмай. Хәмер эсеү йыш ҡына сәләмәт ялды алмаштыра һәм ғәҙәткә инеп китә. Шуның өсөн төрлө мәҙәни ял формалары, байрамдар, ҡыҙыҡлы саралар ойоштороу мөһим», – тине Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас