Туймазыла 12 мартта клиник-диагностика инфекция үҙәге асылды. Уны үтә ҡыҫҡа ваҡытта – 45 эш көнөндә төҙөнөләр. Проекты Зубово ауылындағы һәм Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдәрҙеке кеүек үк – бер ҡатлы корпустар ҡурай сәскәһе рәүешендә урынлашҡан.
“Коронавирус пандемияһы үткәс, был госпиталь заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған күп йүнәлешле яҡшы дауахана буласаҡ. Ул ике ҡала һәм эргәләге ете район халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Дөйөм алғанда, был – республика һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазылағы госпиталде асыу тантанаһында. Ул Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға оло ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы фиҙакәр көрәшеүсе һәм кешеләр һаулығы һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко клиник-диагностика инфекция үҙәге сафҡа индерелеү уңайынан ебәргән видеоҡотлауында яңы дауахана асылыуының район өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн мөһим ваҡиға булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Бындай госпиталь асылыуы медицина ярҙамы сифатын һиҙелерлек яҡшыртыу, йоғошло булмаған сирҙәрҙән дауалаусы медицина учреждениеларына көсөргәнеште бөгөндән үк кәметеү мөмкинлеген бирәсәк”, – тип әйтеп үтте һаулыҡ һаҡлау министры.
Бик тиҙҙән Сибайҙа шундай уҡ госпиталь файҙаланыуға тапшырыласағын билдәләп китәбеҙ.