Уның активистары ҡарттарға ярҙам итә, йәмәғәт урындарында тәртип урынлаштырыу менән шөғөлләнә, синыфтар араһында ойошторолған спорт ярыштарында, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша, художество күргәҙмәһе ойоштора. Тимер-томор һәм макулатура йыялар. Балалар өсөн был ниндәйҙер кимәлдә ярыш булһа, өлкәндәр өсөн был тәрбиә эшендә бер мөһим аҙым булған.
Әлбиттә, бөгөн пионерҙар ойош-маһы тарих төпкөлөндә ҡалды. Әммә “Тимурсылар” эше онотолмаған. Бүздәк районында был хәрәкәт әле лә эшләп килә. Ҡыш айҙарында ҡарлы-буранлы мәлдәрҙә мәктәп уҡыусылары оло йәштәге әбей-бабайҙарға ярҙамға ашыға. Ихаталарын, өй түбәләрен ҡарҙан таҙарталар. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә төҙөлгән һәйкәл, обелиск буйҙарын, Еңеү парк-тарын тәрбиәләйҙәр. Көҙөн, иһә, ағастарҙың ҡойолған япраҡтарын
йыялар. Был эштәре өсөн уларға “Афарин!” тиергә генә ҡала.