+19 °С
Облачно
Новости
4 Марта 2022, 05:22

«Водитель иҫерек булған»: Башҡортостанда үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле

Кисә Октябрьскийҙа үлемесле авария булған. Төньяҡ урамында «Опель Астра» һәм ВАЗ-2112 бәрелешкән.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе. Һөҙөмтәлә илебеҙ автомобиленең 54 йәшлек водителе алған йәрәхәттәренән урында йән биргән. «Опель» микроавтобусының 25 һәм 28 йәшлек ике пассажирына, шулай уҡ ВАЗ-дың 27 йәшлек пассажирына медицина ярҙамы талап ителгән.

Билдәле булыуынса, сит ил машинаһы водителе иҫерек булған, тикшереү һөҙөмтәһе 0,780 мг/л күрһәткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас