+18 °С
Дождь
Новости
3 Марта 2022, 07:20

Туймазы районында 25 йәшлек Гөлназ Кәлимуллина юғалған

Ҡыҙҙың  ҡайҙа икәнен 18 ғинуарҙан уҡ билдәле түгел.

Ирекмәндәр һәм полиция Ҡандра ауылында йәшәгән 25 йәшлек Гөлназ Кәлимуллинаны эҙләй. Ул бер айҙан ашыу элек юғалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙға табиптарҙың ярҙамы кәрәк. Уның юғалыуы хаҡында хәбәр «Лиза Алерт» эҙәрмәндәр отрядының рәсми төркөмөндә баҫылған. Уның билдәләре: буйы 168 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле һәм зәңгәр күҙле.

Әгәр һеҙ ҡыҙҙы күрһәгеҙ, 8(800) 700-54-52 йәки 112 номеры буйынса хәбәр итегеҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас