+20 °С
Облачно
Новости
28 Февраля 2022, 10:42

Рәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

Рәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттә, аҙнаһына биш көн эшләгәндәр был аҙнала шәмбе, 5 мартта ла эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта 5 марттағы эш көнө ҡыҫҡартыла.

Ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн илдә хеҙмәт графигында ошондай үҙгәрештәр индерелде.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, оҙайлы эш аҙнаһынан һуң Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 6 марттан 8-енә тиклем өс ял көнө көтөлә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас