+11 °С
Облачно
Новости
28 Февраля 2022, 10:16

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

27 февралдә, Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

27 февралдә, Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Бәйгенең жюри рәйесе, медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева ла сараның әһәмиәтен билдәләп үтте:
– Һәр беребеҙҙең үҙенә генә хас кешелек сифаттары гендар аша тапшырыла, ә ғаиләләләге тәрбиә кешене формалаштыра. Юҡҡа ғына, танышҡан саҡта кешенең нәҫел-нәсебен, ҡайһы яҡтарҙан, кемдең ҡыҙы йә улы булаһың, ата-әсәң кем, тип һорамайҙар, йәғни ғаилә ҡиммәттәре, уның нигеҙе, тәртип-тәрбиә һәр йәһәттән кешенең тормош юлын бидәләгәндә үтә мөһим роль уйнай.
Ғаиләләрҙең эштәрен баһалағанда, тәҡдим ителәгән видеояҙмаларҙы һоҡланып та, ғорурланып та ҡараныҡ, шул уҡ ваҡытта, бәғзе ғаиләләрҙең фәһем алырлыҡ тәжрибәләрен барлыҡ Башҡортостанға таратырға ине, тигән уй-ниәт тә килде. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, Башҡортостандың киләсәге ныҡ буласаҡ, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

Туймазы районынан был бәйгелә ике ғаилә сығыш яһаны: Туймазы ҡалаһынан Ибраһимовтар, Ҡандракүл ауылынан Вәлитовтар ғаиләһе. Республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Ибраһимовтар "Ғаилә ижады" номинацияһында 2 урынға лайыҡ булды. Ғандракүл ауылынан Вәлитовтар ғаиләһе "Күп балалы ғаилә" номинацияһына лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, һаҡлау, үҫеп килгән быуында ғаилә мәҙәниәтен тәрбиәләү өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас