Ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса Радий Хәбиров етәкселегендәге республика оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.
Диспансерлаштырыу 18-39 йәшлектәргә — өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын уҙғарыла.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылда 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 йәки 39 йәше тулғандар, шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр тикшереү үтергә тейеш.
Тикшереүгә, диспансерлаштырыуға йәки профессиональ тикшереүгә Дәүләт хеҙмәттәре, 122 телефоны аша йәки поликлиникаға шылтыратып, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы докторы Берҙәм медицина порталында яҙылырға мөмкин.