+16 °С
Облачно
Новости
21 Февраля 2022, 09:44

Ләйсән Үтәшева: «Раевкам, минең һәр саҡ бәләкәй һәм бәхетле булған ерем»

. Был интрервью ысын мәғәнәһендә рухи ҡиммәттәр һәм көс тураһында.

Журналист Ирина Шихман менән һөйләшкәндә спортсы Башҡортостан тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Был интрервью ысын мәғәнәһендә рухи ҡиммәттәр һәм көс тураһында.

 

-       Ләйсән Үтәшева менән "Ә һөйләшергә?" проекты өсөн интервьюны ике йыл буйына төшөрҙөк, - ти ул.

Алып барыусы билдәләүенсә, был интервью түгел, ә тотош фильм. Ләйсән интревью бик тулы һәм ентекле килеп сыҡты тип иҫәпләй. Тап шуға ла Үтәшева яҡын арала ҙур интервью бирергә уйламай.

 

- Был фильмда барыһы ла бар. Тыуған Раевкам, ҡеүәт урыным, минең һәр саҡ бәләкәй һәм бәхетле булған ерем. Үҙҙәренең өлгөһө һәм һөйөүе менән мине тәрбиәләгән ҡәҙерле Нэнэй һәм Ҡартатайым. Бөтәһе хаҡында ла һөйләштек. Минеңсә, әлеге мәлдә мин барыһын да һөйләп бирҙем, - тип яҙа Ләйсән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас