+12 °С
Облачно
Новости
18 Февраля 2022, 12:36

Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылын асыу тантанаһы үтте

2022 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы тип иғлан ителде.

Шулай уҡ Рәсәй президенты Указы менән Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ халыҡ сәнғәте йылы тип иғлан ителде. Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылын асыу тантанаһы үтте.

Сараға абруйлы ҡунаҡтар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе - Юлдаш Йосопов, виртуоз, ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы - Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе - Гәүһәр Фәзуллина, Туймазы районы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе - Альберт Исмаил килгәйне.

Ҡунаҡтар Туймазы районының мәҙәниәт эшмәкәрҙәре күргәҙмәһе менән танышты. Күргәҙмә фойела ойошторолған. Артабан сара тамашасылар залында дауам итте. Тәбрикләү һүҙҙәре менән Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов мөрәжәғәт итте. Туймазылар үҙ мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүлә һәм балаларының үҙ тамырҙарын белеүен һәм белемдәрен киләһе быуынға тапшырыуын теләй, тип билдәләне ул.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү - Туймазы районында йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлеген йәнә бер тапҡыр билдәләү, асыу өсөн шәп мөмкинлек.

Байрам концертын «Сәфәр», Илдар Ғоссаметдинов, Айҙар Хәсәншин, Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йорто, Азамат Әлмөхәмәтов, Альбина Зиннәтуллина, Светлана Килдейәрова һәм Дамир Ибраһимов үҙҙәренең сағыу сығыштары менән биҙәне.

Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылын асыу тантанаһы үтте
Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылын асыу тантанаһы үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас