+25 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2022, 11:21

Әлеге ваҡытта Серафимовка ауылы мәҙәниәт йортонда «Йолалар бәйләнеше» ижади бәйгеһе бара

Үҙенсәлекле ижади эштәрҙе - халыҡ художество кәсептәре изделиеларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән жюри ағзалары ҡарай һәм баһалай.

Жюри составында: БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Мәҙәниәт министрлығы Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов, «Ауыл-ара клуб системаһы» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директоры Гөлнар Сабирова, Туймазы ҡалаһының «ДХШ» директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ольга Сафонова, «Тамға» ижади берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова һәм Ҡандракүл ауылынан «Ҡыҙыл балыҡсы» музейына нигеҙ һалыусы Раян Баһауетдинов.

Конкурстың экспозицияһы үҙ йүнәлешендә уникаль булып тора. Рәсәй халыҡтарының Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына арналған конкурс халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, үҙенсәлекле халыҡ мәҙәниәтен тергеҙеү маҡсатында уҙғарыла.

Жюри хөкөмөнә конкурста ҡатнашыусылар печворкинг (ҡормама тегеү), бәйләү, сигеү, кейеҙ, батик, керамика, ҡурсаҡ тегеү, аппликация һәм башҡа номинациялар буйынса эштәр тәҡдим итте.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас