+19 °С
Облачно
Новости
16 Февраля 2022, 10:01

Эшҡыуарҙарҙы төрлө өлкәләр ҡыҙыҡһындыра

Туймазы районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә иппотерапия үҙәге ойоштороу, программалау һәм һанлы технологиялар балалар мәктәбе асыу буйынса проекттар ҡаралды.

Туймазы районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә иппотерапия үҙәге ойоштороу, программалау һәм һанлы технологиялар балалар мәктәбе асыу буйынса проекттар ҡаралды. 

Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү хаҡында ҡарарҙар ҡабул ителә.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә үтә.    

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһы инвестиция порталында ғариза ҡалдырырға йәки район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас