+18 °С
Облачно
Новости
14 Февраля 2022, 06:41

Туймазыла «Металл скульптуралар галереяһы» эшләй башланы

Туймазы тарих-крайҙы өйрәнеү музейында Наил Хәзиевтың металл һыныҡтарынан яһалған «Металл скульптуралар галереяһы» ижади эштәр күргәҙмәһе асылды.

Туймазынан Наил Хәзиев иҫке металды заманса сәнғәт предметтарына әйләндерә. Уның ғәҙәти булмаған эштәре Италияла, Францияла, Испанияла, Кытайҙа, Ғәрәп Әмирлектәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Уларҙы эшләү өсөн автор төрлө транспорт сараларынан һәм көнкүреш техникаһынан кәрәкмәгән, иҫке деталдәрҙе - гайкалар, болттар, рәшәткәләр, пружиналар, сылбырҙар һәм двигателдәрҙе ҡуллана.

Иҫ киткес «Металл скульптуралар галереяһы» 26 металл фигуранан тора.

Күргәҙмә Туймазы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында 2022 йылдың 5 мартына тиклем эшләй.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас