+24 °С
Облачно
Новости
14 Февраля 2022, 06:37

Коронавирусты еңергә ярҙам иткән ике аҙыҡ-түлек билдәле булды

Ковид менән ауырыған кешегә бал һәм ҡара әнис ашарға кәрәк, сөнки тап ошо аҙыҡ-түлек сирҙе еңергә ярҙам итергә тейеш. Был хаҡта medRxiv порталы хәбәр итә.

Тикшереү халыҡ-ара эксперттар тарафынан үткәрелде, уны уртаса һәм ауыр формала коронавирус инфекцияһы раҫланған пациенттар ҡатнашлығында ойошторҙолар. Кешеләрҙең бер өлөшө көн һайын бер грамм бал һәм 80 миллиграмм ҡара әнис ашай, икенсе өлөшө - плацебо.

Тикшереү һөҙөмтәһе - ошо ике аҙыҡ-түлекте ҡабул итеүселәр уртаса дүрт көнгә алдараҡ вирусты еңергән.

«Балды һәм ҡара әнисте дауалауҙың башҡа алымдары менән бергә  ҡулланылыуы мөмкин», - тип билдәләне эксперттар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас