+14 °С
Облачно
Новости
11 Февраля 2022, 09:51

Республиканың Бүздәк районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

М-5 «Урал» трассаһында ике машина бәрелешкән.

М-5 «Урал» трассаһында ике машина бәрелешкән - «Mitsubishi L200» менән «Лада Ларгус», һуңынан сит ил машинаһы йәнә бер «Лада Ларгус»ҡа бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә беренсе «Ларгус»тың 23 йәшлек водителе, шулай уҡ уның 26 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас